Уның маҡсаты – инновацион эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу һәм иң яҡшы төбәк проекттарын асыҡлау.
Беренсе көндө глобаль тенденциялар һәм халыҡ-ара практикалар тураһында сессия, юғары технологиялар өлкәһендә проекттарын бойомға ашырыусы башланғыс стартап-командалар компетенцияларын үҫтереү өсөн тренингтар буласаҡ. Семинар- ҙарҙа һәм ментор сессияларында теләгәндәрҙең барыһы ла бушлай ҡатнаша ала.
Сарала иң яҡшы баҙар эксперттары – танылған бизнесмендар, менторҙар, бизнес-фәрештәләр, венчур фондтар вәкилдәре, төп технологик эксперттар ҡатнашасаҡ.
Икенсе көндө технологик стартаптар конкурсы үтәсәк. Өс йүнәлеш: мәғлүмәт технологиялары, медицинала һәм ауыл хужалығында биотехнологиялар, индустриаль һәм энергетика технологиялары буйынса проекттар тәҡдим ителәсәк.
Еңеүсе үҙ идеяларын үҫтереүгә 300 мең һум һәм “Старт” программаһында ҡатнашыу мөмкинселеге аласаҡ. Ә “Старт” программаһы проектты үҫтереүгә ике миллион һум алырға мөмкинлек бирә.
Заявкалар 10 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Улар https://startuptour.ru/contacts сайтында теркәлә.
Консультация алыу мәсьәләләре буйынса Гудков Александр Васильевичҡа мөрәжәғәт итергә (
[email protected], тел. 218-08-26).