Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Февраль 2020, 11:30

Милли проект: Торлаҡ йорттар матур булһын

Өфөнөң элекке мэры торлаҡ йорттарҙың тышҡы йөҙө менән риза түгел шикелле. РФ Федерация Советында "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға арнап үткәрелгән кәңәшмәлә ул йорт төҙөү концепцияһын үҙгәртергә тәҡдим итте.

- Беҙ торлаҡ комплекстары төҙөүҙә 60-сы, 70-се, 80-се йылдар хатаһын ҡабатлайбыҙ. Ҡалаларыбыҙҙың архитектура йөҙө тураһында әйтәм. Төҫһөҙ ҡумта кеүек. Беҙ бит 50 - 75 йылға ҡала йөҙөн төҙөйбөҙ. Концепцияны үҙгәртергә ваҡыт, - тигән Ирек Ялалов.
Башҡортостан сенаторының тәҡдимен Валентина Матвиенко ла хуплаған.
- Эйе, беҙгә башҡа мөхит яһарға кәрәк, - тип белдергән ул.
Тик шуныһы: йорттарҙы төҫлө, "аҡыллы" итеп, заманса сағыу формала һалырҙар ҙа ул, был бит уның хаҡында ла сағылыш табасаҡ. Халыҡ былай ҙа ипотекаға сумған. Матур ҙа, ҡупшы ла, арзан да булһа...
Фото: "Башинформ".