Барыһын да сәләмләп, үҙәк етәксеһе Вәсимә Коженкова “Үҫеш нөктәһе”нең мәктәптең структур подразделениеһы булараҡ асылыуы һәм эшмәкәрлегендә заманса мәғлүмәт технологиялары, уҡытыу саралары, уҡытыу ҡорамалдары файҙаланылыуы тураһында һөйләне. Үҙәктең эше билдәләнгән тәртиптә алып барыла: көндөң тәүге яртыһында базаһында йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, технология, информатика буйынса дәрестәр алып барыла, артабан малай һәм ҡыҙҙарҙы дәрестән тыш эшмәкәрлек, эшлекле уйындар, тренингылар көтә. Һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге кабинеттар тейешле стилдә ремонтланған һәм эшләнгән, виртуаль реаллек шлемдары, тренажер-манекен, квадрокоптер, компьютер кеүек заманса һанлы ҡорамал менән йыһазландырылған. Ауыл мәғариф учреждениеларында инновацион майҙансыҡтар ойоштороу “Мәғариф” милли проектына ярашлы “Заманса мәктәп” төбәк проекты буйынса ойошторола.
Вәсимә Вәрис ҡыҙы тәүге һөҙөмтәләрҙең булыуын билдәләне. Башҡорт гимназияһы шахматсылары район ярыштарында бар призлы урындарҙы ла яуланы.
Артабан асыҡ дәрестәр уҙҙы. Унда уҡытыусылар тәрбиәләнеүселәре менән үҙәктең өс ай эсендә ирешкән һөҙөмтәләрен күрһәтте. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Лира Әсәҙуллина легоконструктор ярҙамында дәрес алып барҙы. Был түңәрәккә йөрөүселәр конструктив мәсьәләләр эшләй, предметтарҙы төрлөсә ҡуйырға өйрәнә, уларҙың урындарын алмаштырыу тураһында уйларға өйрәнәләр, образлы фекер йөрөтөүҙәре үҫешә.
Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Мансур Шәрипов етәкселегендә унынсы класс уҡыусылары заманса тренажер-манекендарҙа тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнде. Технология уҡытыусыһы Илмир Хәйретдинов виртуаль күҙлектәр менән квадрокоптерҙарҙы иғтибарға тәҡдим итте. Информатика кабинетында уҡыусылар Айгөл Дадебаева етәкселегендә 3D конструкторлау мөмкинлеген күрһәтте. Шахмат ҡунаҡханаһында тренер Илдар Сәлимов етәкселегендә турнирҙа ҡатнашырға тәҡдим иттеләр.
“Үҫеш нөктәһе”ндә үткән был сара Башҡорт гимназияһында һәр баланың ижади үҫеше өсөн кәрәкле шарттар булдырылыуын һәм теләгән бер кешегә ишектәрҙең һәр саҡ асыҡ икәнлеген күрһәтте.