Ермолаевка ауылы кешеһе өй шарттарында спиртлы эсемлектәр етештереү менән генә сикләнмәгән, ә уны урынында уҡ һатыу сараһын да күргән. Һатып алыусылар төндә лә килгән.
Махсус операция барышында 36 йәшлек ирҙән 300 литр спиртлы эсемлек, шулай уҡ көмөшкә ҡыуыу аппараты тартып алынған. Әле уға административ тәртип боҙоу тураһында протокол төҙөгәндәр, 30 мең һумдан 50 мең һумғаса штраф һалыныуы ла ихтимал. Тағы ла берҙе тотолһа, енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров рөхсәтһеҙ спиртлы эсемлектәр һатыусыларға, халыҡты ағыулаусыларға ҡаршы көрәш иғлан итте. Өйҙәренән һатҡан кешеләр, суррогат араҡы етештереүселәр хаҡында хәбәр иткәндәргә аҡсалата дәртләндереү ҡаралған.
Был сараны "Сәләмәтлек" милли проектын бойомға ашырыуҙың бер юлы тип ҡабул итеү дөрөҫ, сөнки халыҡ айыҡ тормош юлына баҫмаһа, йәштәрҙән алып оло быуын кешеләренә тиклем суррогат араҡы, "фанфурик" кеүек эсемлектәрҙән ҡырылып, Рәсәй халҡы кәмеүен дауам итһә, ил етәксеһе Владимир Путин ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеү мөмкин булмаясаҡ.