Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Ноябрь 2019, 17:00

Йәш музыканттар бындай бүләккә шат

Мәсетле районының Балалар сән-ғәт мәктәбе, “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, яңы музыка ҡоралдары алды.

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты сиктәрендә 2019 йылда республика бюджетынан балалар сәнғәт мәктәптәре өсөн музыка ҡоралдары, йыһаздар һәм материалдар һатып алыуға Башҡорт- остандың муниципаль берәмектәренә 11 млн 250 мең һум күләмендә субсидия бүленгән. Финанслау махсуслаштырыл-ған белем биреү учреждениелары ихтыяждары өсөн ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алырға һәм белем биреү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Баш-ҡортостанда барлығы 117 балалар сәнғәт мәктәбе бар. 2020, 2022 һәм 2024 йылдарҙа милли проектҡа ярашлы Баш-ҡортостан йыл һайын сәнғәт мәктәптәрен музыка ҡоралдары менән йыһазландырыуға 76 млн һумдан күберәк аласаҡ (һуңғы сумма – 230,46 млн һум). Был Рәсәй төбәктәренә бүленгән иң ҙур федераль субсидияларҙың береһе.

Музыка ҡоралдары махсуслаштырылған белем биреү учреждениеларына килә башланы ла инде. Мәсетле районының Балалар сәнғәт мәктәбе лә ситтә ҡалманы, бында 953124,69 һумлыҡ дөйөм суммаға ике пианино, ике баян, ике классик гитара, думбыра-прима, думбыра-альт һәм ике балалайка килгән дә инде.

– Оҙаҡламай яңынан инструменттар килеүе көтөлөүенә шатбыҙ. Беҙҙең учреждениеға ундай ҙур күләмдә ҡорамалдар күптән килгәне юҡ ине. Ҡайһы бер уйын ҡоралдары мәктәпкә асылғанынан башлап, йәғни 1970 йылдарҙан алып хеҙмәт итә. Педагогтарыбыҙ һәм йәш музыканттарыбыҙ яңы музыка ҡоралдарында уйнауҙан тағы ла ҙурыраҡ ләззәт аласаҡ, улар уҡытыу процесын сифат яғынан үҙгәртәсәк, сөнки улар бөтә нескәлектәрҙе биреп еткереүҙең ҙур мөмкинлектәрен аса, – тип шатлығы менән уртаҡлашты сәнғәт мәктәбе директоры Лариса Фәрхетдинова.


Белешмә: 2019-2020 уҡыу йылында беренсе сентябрҙә Балалар сәнғәт мәктәбендә 351 бала уҡый башлаған, беренсе класҡа ике: дөйөм үҫештереү һәм профессиональ алды белем биреү программалары буйынса 60 уҡыусы ҡабул ителгән. Эште 23 уҡытыусы алып бара, шуларҙың 14-е – юғары категориялы. Балалар район, республика һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнаша (ошо йыл эсендә – 61 лауреат һәм 45 дипломант).