Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Ноябрь 2019, 11:00

Милли проект сиктәрендә тағы бер һөт кухняһы асылды

Нефтекама ҡалаһында һөт кухняһы асылды.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты нигеҙендә башҡарылды.
Һөт кухняһы алты айҙан өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы урындағы сеймалдан етештерелгән сифатлы ризыҡтар менән бушлай тәьмин итәсәк. Нефтекаманан тыш, һөт ашамлыҡтарын Ағиҙел ҡалаһы, Дүртөйлө, Яңауыл, Бөрө райондары балалары ла аласаҡ.
Һөт кухняһы тәүлегенә биш тоннаға тиклем һөт етештерәсәк. Был йылына 1,5 млн порция тигән һүҙ.
- Бөгөн беҙҙә ысын мәғәнәһендә әһәмиәтле ваҡиға. Беҙ әүәлге яҡшы йолаларҙы тергеҙәбеҙ, сөнки балаларҙың һаулығы, тәү сиратта, уларҙың туҡланыуына бәйле. Бында дүрт төрлө һөт ризығы сығарыласаҡ. Улар алты айлыҡ сабыйҙарға ла тәғәйенләнә, – тине Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев.
Ведомство етәксеһе ошо иҫтәлекле ваҡиғаға ҡатнашлығы булғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
Төбәктә быға тиклем һөт кухняһы Өфө ҡалаһында ғына бар ине. Ағымдағы йылдың 1 июленән ул Стәрлетамаҡта ла эшләй башланы. Ул Өфө, Ишембай, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондарынан һәм Салауат, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 2,1 мең баланы һөт продукцияһы менән тәьмин итә.
21 ноябрҙә һөт кухняһы Октябрьск ҡалаһында асылды. Ул Туймазы, Бәләбәй, Әлшәй, Дәүләкән райондарынан һәм Нефтекама ҡалаһынан 1,2 меңгә яҡын баланы һөт продукцияһы менән тәьмин итә.