«Республикаға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ аҡсаһынан 282,42 миллион һум бүленә. Берлектә финанслау тәртибендә төбәк 63,4 миллион һум өҫтәй. Был аҡса 10 муниципалитет биләмәһендә урынлашҡан дөйөм майҙаны 8,38 мең квадрат метрлыҡ 206 авариялы йорттан 666 кешене күсереүгә йүнәлтелә», — тип белдерҙе Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Анастасия Сабликова.
Программала Өфө, Бәләбәй, Белорет, Дүртөйлө, Күмертау, Яңауыл, Баҡалы, Оло Ыҡтамаҡ, Үрге Йәркәй, Ҡариҙел, Ҡарман, Ҡырмыҫҡалы, Краснохолм, Ҡырғыҙ-Миәкә, Мишкә, Прогресс, Приют, Глуховской шифаханаһы, Семилетка, Иҫке Балтас, Сурай ауылдары һәм башҡа тораҡ пункттар бар. Тулы исемлек менән бында танышырға мөмкин.