Унда республиканың 63 муниципаль берекмәһе ҡатнаша. Парктарҙы, скверҙарҙы, яр буйҙарын төҙөкләндереүгә 1,52 миллиард һум йүнәлтеү ҡаралған, шул иҫәптән 1,4 миллиард һумы – федераль, 28,9 миллион һумы – төбәк, 76 миллион һумы урындағы бюджеттан.
Әле 19 йәмәғәт биләмәһендә эш башланған.
Мәҫәлән, Бөрө ҡалаһында “Умникум” технология комплексы үҙәге биләмәһе төҙөкләндерелә. Бында тиҙҙән спорт, уйын майҙансыҡтары, сауҙа, туҡталҡа урындары, яҡтыртҡыстар барлыҡҡа киләсәк. Реконструкцияға 11 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән.
Өфөлә Ҡашҡаҙан паркы, “Тулҡын” скверы төҙөкләндерелә. Был биләмәләр былтырғы тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса программаға ингән. Балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, йүгереү, йәйәүлеләр юлдарын, ял зонаһын төҙөкләндереү, йәшелләндереү, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡуйыу һ.б. планлаштырыла.
Проекттың төп бурысы – биләмәне комплекслы үҫтереү, күмәк ял, спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы урындар, шарттар тыуҙырыу.