“Әсәлек капиталы” кеүек, “Атайлыҡ капиталы”ғаиләләргә аҡсалата ярҙам булып торасаҡ. Беренсеһе лә шулай уҡ биреләсәк, әлеге ваҡытта уның күләме — 453 мең һум. Әлеге тәҡдим ителгән программаны Алыҫ Көнсығыш, Калининград, Севастополь һәм Ҡырымдан башларға тәҡдим ителә.
“Атайлыҡ капиталы” программаһы “Демография” милли проекты сиктәрендә тәҡдим ителде. Был милли проекттың төп маҡсаттары: йәшәү сифатын арттырыу, үлем кимәлен кәметеү, халыҡтың сәләмәтлеген яҡшыртыу, ғүмер оҙайлылығын арттырыу, сәләмәт тормошто пропагандалау һ.б.
“Демография” милли проекты тормошҡа ашырыу өсөн 3,5 триллион һум аҡса бүленәсәк.