Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Май 2019, 10:43

«МӘҘӘНИӘТ» МИЛЛИ ПРОЕКТЫ

2019 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә республикала 2 мәҙәни-ял учреждениеһы төҙөү планлаштырыла. Улар Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы һәм Салауат районының Мөрсәлим ауылдарында төҙөләсәк.

Тәүгеһендә 150, икенсеһендә 200 урынлыҡ клуб ҡулланыуға тапшырыласаҡ. Проектҡа ярашлы бер ҡыйыҡ аҫтында мәҙәниәт йорто, балалар сәнғәт мәктәбе, китапхана, түрәктәр һәм уйын бүлмәләре, шулай уҡ кафе урынлашасаҡ.


Заманса тамаша залы кино, виртуаль концерттар һәм фильмдар ҡарау мөмкинлеге биргән тауыш, яҡтылыҡ һәм мультимедийлы ҡоролмалар менән йыһазландырыла.


Сәнғәт мәктәбендә “Фортепиано”, “Халыҡ ҡоралдары (баян, ҡурай)”, “Хореографик сәнғәт”, “Һынлы сәнғәт” йүнәлештәре эшләйәсәк.


Мәҙәни үҙәктәр ишектәре теләге булған һәр кем өсөн асыҡ буласаҡ.


Бөгөнгө көндә төҙөлөш-монтажлау эштәрен башҡарасаҡ подрядсы ойошмаларҙы билдәләүсе конкурс бара. Объекттар буйынса дәүләт контракттары төҙөлгән, төҙөлөш эштәре башланыу өҫтөндә.