Матбуғат
14 Июля , 10:10

Бүләк үҙ хужаһын тапты

Ошо көндәрҙә “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыуға йомғаҡ яһалды.

Бүләк үҙ хужаһын таптыБүләк үҙ хужаһын тапты
Бүләк үҙ хужаһын тапты

Барлыҡ квитанцияларға теркәү һаны бирелде, ә махсус йәшниккә ҡатнашыусылар һаны буйынса һандар яҙылған жетондар төшөрөлдө. 73-сө һанлы бәхетле номерҙы лицейҙың 11-се класс уҡыусыһы Лилиана Миңләхмәтова тартып сығарҙы. Ошо һан аҫтында Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Светлана Сибәғәтованың квитанцияһы булды.
Ул – Оло Ыҡтамаҡ лицейының информатика уҡытыусыһы. 2021 йылға тиклем Светлана Риза ҡыҙы уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген Мәсетле районы мәғариф бүлеге ҡарамағындағы район педагогик мәғлүмәт үҙәге директоры вазифаһы менән бергә алып бара. Бер нисә йыл элек иғтибарын мәктәптә эшләүгә генә йүнәлтергә була, быйыл 9 “Д” класын сығарҙы. Ул үҙен юғары квалификациялы белгес булараҡ күрһәтте. Светлана Риза ҡыҙы етәкселегендә уҡыусылар республика, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара кимәлдәге мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса конкурстарҙа бер нисә тапҡыр еңеүсе һәм призер булды.
Улдары Марсель һәм Арыҫланды тәрбиәләп үҫтерә. Сәскәләр үҫтерергә ярата.
– Гәзитте бик күп йылдар уҡып барам, ҡайһы берҙә электрон форматта алдырам. Минең яратҡан рубрикаларым – яңылыҡтар һәм ҡотлауҙар, – тип һөйләй Светлана Риза ҡыҙы.

Камилла МУСАКӘЛИМОВА.

Автор: