

“Мечетлинская жизнь” йәки “Мәсетле тормошо” гәзиттәренә тоғролоҡ һаҡлап, районкаға яҙылған һәр кемгә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, атайсалыбыҙҙың тормошон артабан да яҡтыртып барасаҡбыҙ, ауыл уңғандары менән таныштырасаҡбыҙ. Уҙған аҙнала бүләк уйнатыуҙа Зоя Ташкинова менән Фәрүәз Камаевҡа уңыш йылмайҙы.
Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан тоғро уҡыусыбыҙ Зоя Ташкинова тураһында күптән түгел генә яҙғайныҡ. Ошо көндәрҙә ул 90 йәшлек оло юбилейын ҡаршыланы. Ул йәштән хеҙмәткә күнегеп үҫә: һыйыр һауа, быҙауҙар ҡарай. Оло йәштәге ҡатын рух күтәренкелеге менән һоҡландыра. Ял иткәндә ул алмаз мозаика менән картиналар эшләй, бәйләй, сәскәләр һәм баҡса үҫтерә. Ә быға тиклем бал ҡорттары ла ҡараған.
– Район гәзитен тиҫтәләрсә йылдар алдырам, – ти ул.
Фәрүәз Камаев Иҫке Мишәр ауылында йәшәй. Күп йылдар “БАССР-ҙың 50 йыллығы” колхозында һөтсөлөк фермаһында эшләгән. Хәҙер хаҡлы ялда. Хәләл ефете менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер ун ейән-ейәнсәренә ҡыуанып ғүмер итәләр. Ир йорт хужалығын алып бара һәм балыҡ тотоу менән мауыға. Ул да күп йылдар дауамында “Мәсетле тормошо” гәзитенән айырылмай, хеҙмәт кешеһе тураһында уҡырға ярата, яңылыҡтар колонкаһына ҡыҙыҡһыныу белдерә һәм реклама менән бәйле рубриканы файҙалы тип һанай.
Уҡыусыларыбыҙ район гәзите менән дуҫлығын киләсәктә лә дауам итер тигән ышаныста ҡалабыҙ.