Мәсетле тормошо
+16 °С
Облачно
Матбуғат
10 Июня , 10:15

Ә һеҙ гәзиткә яҙылдығыҙмы?

2026 йылдың икенсе яртыһына район гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләк уйнатыу дауам итә. Был юлы уңыш Нурғәли Ибраһимов менән Альберт Солтановҡа йылмайҙы.

Ә һеҙ гәзиткә яҙылдығыҙмы?Ә һеҙ гәзиткә яҙылдығыҙмы?
Ә һеҙ гәзиткә яҙылдығыҙмы?

Нурғәли Ибраһимов Тәкә ауылында йәшәй. Уның бүләкте килеп алырға мөмкинлеге булманы, шуға күрә тәғәйен призды Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һеңлеһе Рәзилә Ғәйнетдиноваға тапшырҙыҡ. Нурғәли Мәүи улы бөгөн ҡатыны менән хаҡлы ялда. Ошоға тиклем улар “Ленинский” колхозында эшләгән.
Буласаҡ хәләле, Айып ауылы ҡыҙы, менән ул Үзбәкстанда таныша, йәштәр шунда өйләнешә, ә 90-сы йылдарҙа тыуған яҡҡа күсеп ҡайталар. Улар 51 йыл татыу ғүмер кисерә, ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерә. Гәзиткә даими яҙылып, район яңылыҡтары менән танышып баралар. Ошо йылдар эсендә районканы алдырмай ҡалғандары юҡ.
Әжекәй ауылынан Альберт Солтанов та үҙенең бүләген алды. Альберт Римат улы 30 йылдан ашыу мәктәптә эшләй, филиал мөдире вазифаһын башҡара, физика фәне уҡытыусыһы. Ҡатыны менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр, ике ейәнсәре бар.
– Мин район гәзитен күп йылдар даими алдырам һәм унда баҫылған бөтә нәмәне ҡыҙыҡһынып уҡыйым, – тип һөйләй ул. – Артабан да “Мәсетле тормошо”ноң тоғро уҡыусыһы булып ҡаласаҡбыҙ.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, “Мәсетле тормошо” гәзитенә 2026 йылдың икенсе яртыһына хәҙер үк яҙылырға мөмкин.
Квитанцияны Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса реклама бүлегенә килтерегеҙ һәм бүләк уйнатыуҙа ҡатнашығыҙ. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (34770) 2-00-32.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: гәзиткә почтальондар аша, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто сайтында “Матбуғатҡа яҙылыу” бүлегендә яҙылырға мөмкин.

Камилла МУСАКӘЛИМОВА.

Автор: