Мәсетле тормошо
+12 °С
Облачно
Матбуғат
2 Июня , 05:15

Улар район гәзитенә яҙылды һәм бүләкле булды

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, 2026 йылдың икенсе яртыһына “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыу дауам итеүен иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ. Бынан тыш, матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө башланды: 1 июндән 11 июнгә тиклем – почта аша яҙылғанда, ә 8 июндән 19 июнгә тиклем – редакция аша (редакциянан килеп алырға).

Улар район гәзитенә яҙылды һәм бүләкле булдыУлар район гәзитенә яҙылды һәм бүләкле булды
Улар район гәзитенә яҙылды һәм бүләкле булды

Квитанцияларын беренсе булып килтереүселәр араһында бүләктәр уйнатыла башланы. Ошо көндәрҙә тәүге еңеүселәр билдәләнде. Икенсе ярты йыллыҡҡа “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылған Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилиә Фәтҡуллина (фотола уңда) менән район Мәҙәниәт һарайының “Илһам” башҡорт халыҡ театры етәксеһе Эльвира Рамазанова бүләк оттолар.
Зилиә Фәтҡуллинаның ғаиләһендә гәзитте 1992 йылдан бирле алдыралар. Тап ошо йылда улар ғаилә ҡора һәм район гәзитен бер йыл да ҡалдырмай алдыралар. Бигерәк тә районканы Зилиә Закирйән ҡыҙының ире Айҙар Мансур улы ярата: ул тап баҫма вариантҡа өҫтөнлөк бирә. Ғаилә пары яҡташтар тураһында рубрикаларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып бара, район яңылыҡтары менән таныша.
Эльвира Рамазанова сәскәләр үҫтерергә ярата һәм гәзиттәге “Баҡсасыға кәңәштәр” рубрикаһына өҫтөнлөк бирә.
– Гәзиткә йыл һайын яҙылам, – ти ул. – Бигерәк тә МХО яугирҙары хаҡында мәҡәләләрҙе ҙур тулҡынланыу менән уҡыйым.
2026 йылдың икенсе ярты йыллығына район гәзитенә яҙылып, квитанцияны Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса реклама бүлегенә килтерегеҙ һәм бүләк уйнатыуҙа ҡатнашығыҙ. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (34770) 2-00-32.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: гәзиткә почтальондар аша, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто сайтында “Матбуғатҡа яҙылыу” бүлегендә яҙылырға мөмкин. Йәиһә гәзит редакцияһына мөрәжәғәт итегеҙ.

Улар район гәзитенә яҙылды һәм бүләкле булды
Улар район гәзитенә яҙылды һәм бүләкле булды
Автор: