

Хөрмәтле мәсетлеләр, район гәзите – ул сайттан йәиһә социаль селтәрҙәге каналдарҙан яңылыҡтарҙың дубляжы түгел. Ҡағыҙ версия биттәрендә беҙ ентекле мәғлүмәт, район геройҙары тураһында мәҡәләләр, халыҡтың тарихын, шулай уҡ социаль ярҙам тураһында мәғлүмәт һәм һорауҙарға яуаптар баҫтырабыҙ.
Район баҫмаһына ойошмаларҙан тотош коллектив менән яҙылалар. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Түбәнге Бобин мәктәбе коллективы “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылды. Әүҙем булғандары һәм инициатива өсөн уҡытыусыларға рәхмәтлебеҙ!
Әйтергә кәрәк, был юлы ла 2026 йылдың икенсе яртыһына район гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн квитанцияны handugas-reklama@mail.ru электрон адресы аша ебәрегеҙ (телефон һандарын яҙырға онотмағыҙ) йәиһә Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса алып килегеҙ.
Яҙылығыҙ һәм район тормошо тураһында хәбәрҙар булығыҙ!