

Йола буйынса беҙ приздар уйнатабыҙ. Уйында ҡатнашыу өсөн редакцияға квитанцияны алып килергә кәрәк.
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы коллективы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында ҡатнаша.
– Мәсетле балалар шифаханаһы коллективы тыуған районда барған һәр нәмә хаҡында хәбәрҙар булырға тырыша. Үҙебеҙҙең район матбуғаты аша ваҡиғалар ағышын беләбеҙ, шуға күрә эшләүе лә, кешеләргә ярҙам итеү ҙә, кесе Ватандың һулышын тойоу ҙа еңелерәк. Шуға ла беҙ мөһим аҙым яһаныҡ: беҙҙең коллектив “Мәсетле тормошо” район гәзитенә яҙылды! Хәҙер иртәнге сәй табыны артында районканың яңы һандарын уҡыясаҡбыҙ, яңы ҡаҙаныштар, районды үҫтереү пландары тураһында беләсәкбеҙ һәм, әлбиттә, яҡташтарыбыҙ тураһында мәҡәләләр уҡыясаҡбыҙ. Үҙ районыңдың ваҡиғалары хаҡында хәбәрҙар булыу – файҙалы ғына түгел, мәртәбәле лә. Редакцияға хеҙмәттәре өсөн рәхмәт! Бөгөнгө һандар быуатында ҡағыҙ гәзит кәрәкле мәғлүмәт һәм тарихты һаҡлай, – тиҙәр шифахана хеҙмәткәрҙәре.
Ә “Ҡарағай” шифаханаһы акционерҙар йәмғиәте директоры Артур Бәҙретдинов һәм курорт коллективы “Изге подписка” акцияһында артабан да ҡатнаша.
Шифахана исеменән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 100 ғаиләһе өсөн “Мәсетле тормошо” гәзитенә ярты йылға яҙылыу ойошторолдо.
Шифахана директоры башланғыстың көнүҙәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, 2026 йыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителеүен билдәләне. Быйылғы йыл сиктәрендә үҙ-ара аңлашыу һәм ярҙам итеү принциптарына айырыуса иғтибар бүленә.
– Беҙҙең коллектив илебеҙҙе яҡлаусы яҡташтарға ярҙам итә! Беҙ яугирҙарыбыҙҙың һәм уларҙың ғаиләләренең үҙҙәре тураһында хәстәрлек тойоуының ни тиклем мөһим икәнлеген аңлайбыҙ. Район яңылыҡтарын бел-һендәр өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына “Мәсетле тормошо” гәзитен бүләк итеү – беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс. Яугирҙарҙың ҡатындары, ата-әсәләре, балалары өсөн был яҡшы бүләк булыр, – ти Артур Рәмил улы.
Һеҙ ҙә изге эшкә ҡушылығыҙ: һәр кем сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле бала тәрбиәләнгән, аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләр, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә район гәзитенә яҙыла ала. “Изге подписка” – йомартлыҡ һәм ярҙам күрһәтеү өсөн бик яҡшы мөмкинлек.
Камилла
МУСАКӘЛИМОВА.