

Мәсетлеләр йортона ваҡытлы баҫмаларҙы алып килеүҙе тәьмин итеүселәрҙең береһе – Теләш ауылының почта бүлексәһе мөдире Ләйлә Хәйбуллина. Ул эшһөйәрлеге, бурыстарына яуаплы ҡарашы һәм кешеләр тураһында ихлас хәстәрлеге менән оло маҡтауға лайыҡ.
Ләйлә Мансур ҡыҙы Ишәле ауылында йәшәй. Финанс өлкәһендә белем ала. Профессиональ юлын Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Һаҡлыҡ банкында башлай. 1990 йылдан алып 23 йыл ошо өлкәлә эшләй. Көн һайын бер яҡҡа ғына 30 километр юл үтеп, район үҙәгенә йөрөп эшләй ул.
Ләйлә Мансур ҡыҙы тыуған ауылының социаль тормошонда һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша: ике саҡырылыш рәттән, һигеҙ йыл, Ростов ауыл биләмәһе Советы депутаты була һәм ауылдаштарының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән яуаплы хеҙмәт башҡара.
2014 йылда Ләйлә Мансур ҡыҙы хеҙмәт өлкәһен үҙгәртә – Теләш ауылында почта бүлексәһе мөдире вазифаһына тәғәйенләнә. Хәҙер эше өйөнә яҡыныраҡ, ә иң мөһиме – ауылдаштары мәнфәғәтендә хеҙмәт итә.
– Минең бурыстарыма хаттар һәм посылкалар ҡабул итеү, картаға аҡса һалыу һәм алыу, аҡса күсереү һәм түләү, көндәлек ихтыяж тауарҙарын һатыу инә. Оло йәштәге ауылдаштарыма торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм мобиль элемтә өсөн түләргә, матбуғатҡа яҙылырға ярҙам итәм. Әле район гәзитенә яҙылыу бара. Был турала ауылдаштарыма әйтеп ҡуйғанмын да инде. “Мәсетле тормошо” гәзитен алыу мөһим тип иҫәпләйем, сөнки был – үҙебеҙ, мәсетлеләр, хаҡында һөйләгән берҙән-бер урындағы баҫма. Район гәзите аша ғына беҙ таныштарыбыҙ хаҡында уҡыйбыҙ, ваҡиғалар һәм яңылыҡтар тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алабыҙ, – тип һөйләй Ләйлә Мансур ҡыҙы.
Хеҙмәттәштәре Севиль Сафина һәм Нурфиә Мөхәмәҙиева менән бергәләп хаттарҙы, гәзит-журналдарҙы адресаттарға мөмкин тиклем тиҙ алып барып еткерергә тырышалар.
– Эштә йыш ҡына ирҙәребеҙ ярҙам итә: беҙҙең менән бергә гәзит-журналдарҙы тараталар, башҡа ауылдарға алып баралар, – тип һөйләй ул. – Хәҙерге почтальон компьютер программаларына эйә булырға һәм посылкаларҙы эшкәртеү стандарттарын белергә тейеш. Хеҙмәткәрҙәр өсөн бурыстар арта, ә яңы технологиялар даими уҡыуҙы талап итә. Төп ҡатмарлыҡтар иҫкергән техника һәм интернет менән проблемалар арҡаһында килеп сыға. Ҡайһы берҙә гәзит һәм журналдар юлда тотҡарлана. Шуға күрә, уларҙы барлап сығыу өсөн эш көнө тамамланғандан һуң көтөргә тура килә. Ауырлыҡтарға, һауа шарттарына ҡарамаҫтан, гәзит-хаттарҙы ваҡытында еткерергә тырышабыҙ.
Ләйлә Хәйбуллинаның намыҫлы хеҙмәте былтыр “Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт ветераны” исеме менән билдәләнде.
Ләйлә Мансур ҡыҙы ире Рәшит Шәрифулла улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергән: ҡыҙы Наҙгөл Свердловск өлкәһендә фельдшер булып эшләй, улы Рәйес Өфөлә компьютер технологиялары менән шөғөлләнә. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән эшләй.
Ләйлә Мансур ҡыҙы төрлө сараларҙа ҡатнашып, әүҙем социаль тормош алып барыуын дауам итә. Коллегалары менән МХО-лағы беҙҙең яугирҙар өсөн гуманитар йөк йыйыуҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, улар маскировка селтәрҙәре үреүгә өлөш индергән, күптән түгел ауылдашы Зилә Әхмәтшина менән йәнә ошо маҡсатта кәрәкле материалдар һатып алыу өсөн аҡса йыйыу тураһында иғлан иттеләр.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.