Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
13 Ғинуар , 14:55

Бүләктәр үҙ хужаларын тапты

Район гәзитенә яҙылыусылар араһында уҙған “Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!” акцияһына йомғаҡ яһалды. Төп бүләк Оло Ыҡтамаҡта йәшәүсе Анатолий Кощеевҡа сыҡты. Шулай уҡ Рәмил Вәлитовҡа, Зөфәр Әсмәндиәровҡа һәм Вәриҙә Мөбәрәкшинаға, Әлифә Ҡәнәфиеваға уңыш йылмайҙы.

Бүләктәр үҙ хужаларын тапты
Бүләктәр үҙ хужаларын тапты

Электр мейесен отҡан Анатолий Кощеев Оло Ыҡтамаҡта йәшәй, бына инде биш йыл юл төҙөү-ремонтлау идаралығында эшләй. Уның ғаиләһе – ҡыҙы һәм улы, шулай уҡ бер ейәне. Анатолий Сергеевич ҡыҙының ғаиләһе менән йәшәй. Буш ваҡытта, бигерәк тә йәй көнө, балыҡ тоторға ярата.
Рәмил Вәлитов сығышы менән Әләгәҙ ауылынан. Хәҙер ул хаҡлы ялда. Рәмил ағай 40 йыл “Мәсәғүт” совхозында мал ҡарай, ә ҡатыны 26 йыл дауамында Әләгәҙҙә профсоюзда эшләгән. Улар бергә йорт хужалығын алып бара, баҡса ҡарай. Ғаилә өс бала тәрбиәләп үҫтерә, ете ейәндәре бар.
– Мин ғүмерем буйына гәзит алдырҙым, атайым да шулай эшләне, – ти ул.
Теләш ауылынан Зөфәр Әсмәндиәров ғүмеренең 28 йылын мәктәпкә бағышлаған: химия уҡытыусыһы, 16 йыл мәктәп директоры булып эшләгән. Хәҙер хаҡлы ялда һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Зөфәр Вәкил улы ҡатыны менән ике бала тәрбиәләп үҫтергән: улы – хәрби пенсионер, ҡыҙы иһә Первоуральск ҡалаһында педиатр булып эшләй. Биш ейәнсәре һәм бер ейәне олаталарын үҙҙәренең уңыштары менән ҡыуандырып тора.
Вәриҙә Мөбәрәкшина Оло Ыҡтамаҡта йәшәй. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Башҡорт гимназияһында ашнаҡсы булып эшләгән. Ҡыҙы һәм улы, шулай уҡ ике ейән-
сәре һәм ике ейәне бар. Хаҡлы ялда ул ваҡытын бәйләм бәйләү һәм китап уҡыуға арнай.
Район Мәҙәниәт һарайы методисы Рөстәм Фәйрушин Яңы йыл байрамы алдынан ауылдаштарын һөйөндөрөргә булды: “Изге подписка” акцияһына ҡушылып, Аҙанғолдан өс ауылдашына район гәзитенә яҙылды.

Бүләктәр үҙ хужаларын тапты
Бүләктәр үҙ хужаларын тапты
Бүләктәр үҙ хужаларын тапты
Бүләктәр үҙ хужаларын тапты
Автор: