Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
19 Декабрь 2025, 16:35

Сираттағы бүләк уйнатылды

Гәзит уҡыусылар Тәскирә Йомаҙилова менән Илдар Сисәнбаевты аҙна һайын уҙғарылған приз уйнатыуҙа бүләк отоуҙары менән ҡотлайбыҙ.

Сираттағы бүләк уйнатылды
Сираттағы бүләк уйнатылды

Яңы Яуыш ауылында йәшәгән Тәскирә Йомаҙилова бөгөн хаҡлы ялда. Ул бәйләү менән мауыға, йәйгеһен ҡош-ҡорт үҫтерә. Ике ҡыҙы һәм улына ярҙам итә.
– “Мәсетле тормошо” гәзитенә үҙем һәм ейәндәрем өсөн яҙылдым. Ейәндәрем башҡорт теле менән ҡыҙыҡһына, башҡортса уҡырға тырыша, гәзит уҡыйҙар, – ти ҡатын.
Йоностан Илдар Сисәнбаев социаль хеҙмәткәр булып эшләй һәм ололарҙы ҡарай. Уның ҡатыны хаҡлы ялда. Улар ике ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләп үҫтергән, бөгөн балалары Өфөлә йәшәй. Кинйә улдары махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Ғаилә ярҙамсы хужалыҡ тота, һыйырҙар һәм быҙауҙар аҫрай, уларҙы ир менән ҡатын бергәләп ҡарай. Ир үҙенең хоббиһы өсөн ваҡыт таба – боронғо тәңкәләрҙе коллекцияға туплай, сүкелгән изделиелар менән ҡыҙыҡһына, ҡулдан трактор йыя.
– Гәзитте бик оҙаҡ йылдар алдырам. Миңә “Тарихыбыҙ биттәре” рубрикаһы аҫтында сыҡҡан мәҡәләләр оҡшай, – ти ир.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2026 йылдың беренсе яртыһына (алты айға) гәзиткә яҙылыу-сылар бүләк уйнатыуҙа ҡатнаша ала. Төп бүләк итеп һайланған заманса электр мейесе йыл һуңында уйнатыла.
Беҙ 2026 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыуҙың бер нисә ысулын тәҡдим итәбеҙ.
1. Матбуғатҡа яҙылыу өсөн почтальонығыҙға мөрәжәғәт итегеҙ йәиһә почта бүлексәһенә килегеҙ.
2. Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса редакцияға килегеҙ, реклама бүлегендә һеҙгә яҙылырға ярҙам итәбеҙ.
3. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто сайтында онлайн яҙылырға мөмкин. “Яҙылыу” бүлегендә өйҙән тороп баҫма матбуғат-ҡа ла, электрон версияға ла яҙыла алаһығыҙ.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә “Мәсетле тормошо” гәзитен бүләк итергә мөмкинлек биргән “Изге подписка” хәйриә акцияһы дауам итә. Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте 8 (34770) 2-00-32, 2-00-72 телефондары буйынса алы- ға мөмкин.
Был акцияға Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһының баш бухгалтеры Зөлфиә Ҡәрҙәшина ҡушылды һәм Һабанаҡ ауылынан МХО-ла ҡатнашыусының әсәһенә гәзиткә яҙылды. Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһының баш табибы Анастасия Бәҙәмшина Түбәнге Туҡбай ауылынан МХО яугирының күп балалы ғаиләһенә киләһе йылға район гәзитен уҡыу мөмкинлеген бүләк итте. Ә шәхси эшҡыуар Ирина Аҡбашева Тәкә ауылынан күп балалы ғаилә өсөн районкаға яҙылды.

Сираттағы бүләк уйнатылды
Сираттағы бүләк уйнатылды
Автор: