Әлеге ваҡытта “Мәсетле тормошо” баҫмаһына яҙылыу дауам итә. Матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө 13 декабргә тиклем бара, был осорҙа хаҡтар 10 процентҡа кәметелде: почта аша алты айға 1084,86 һумға яҙылырға мөмкин.
2026 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыуҙың бер нисә ысулын тәҡдим итәбеҙ:
1. Матбуғатҡа яҙылыу өсөн почтальонығыҙға мөрәжәғәт итегеҙ йәиһә почта бүлексәһенә килегеҙ.
2. Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса редакцияға килегеҙ, реклама бүлегендә һеҙгә яҙылырға ярҙам итәбеҙ.
3. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто сайтында онлайн яҙылырға мөмкин. “Яҙылыу” бүлегендә өйҙән тороп баҫма матбуғатҡа ла, электрон версияға ла яҙыла алаһығыҙ.
2026 йылдың беренсе яртыһына (алты айға) гәзиткә яҙылыусылар бүләк уйнатыуҙа ҡатнаша ала. Төп бүләк итеп һайланған заманса электр мейесе матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы аҙағында уйнатыла.
Бүләк отоу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ! Һәр яңы яҙылыусы ҡиммәтле бүләк отоуҙа ҡатнашыу һәм тыуған районыбыҙҙың ваҡиғалары менән танышыу мөмкинлеге ала.
Уҙған аҙна йомғаҡтары буйынса бүләк уйнатыуҙа Фәғилә Ғәлләмова менән Раушания Сәфәроваға уңыш йылмайҙы.
Фәғилә Сәрүәр ҡыҙы (һүрәттә һулда) Тайыш ауылында тыуған. Кейәүгә сыҡҡас, Тәкә ауылына күсеп китә. Ғәлләмовтар ике бала тәрбиәләп үҫтерә: ҡыҙы һәм улы бөгөн Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәй һәм эшләй. Күп йылдар дауамында Фәғилә Сәрүәр ҡыҙы Теләш ауылындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе була. Дөйөм хеҙмәт стажы – 36 йыл. Хәҙер ул хаҡлы ялда. Тормош иптәше менән мал тоталар, баҡсаларында йәшелсә үҫтерәләр. Фәғилә Сәрүәр ҡыҙы шулай уҡ сәскәләр үҫтереү менән мауыға.
– Район гәзитенә йыл һайын яҙылам, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыйым. Минеңсә, был баҫманан иң мөһим яңылыҡтарҙы һәм ваҡиғаларҙы белергә мөмкин. Район халҡына яңылыҡтарҙы белеү өсөн ошо гәзиткә яҙылырға кәңәш итәм, – ти Фәғилә Сәрүәр ҡыҙы.
– Мин район гәзитен бик күп йылдар буйына алдырам, унһыҙ күңелһеҙ булып китә. Ҡулға тотоп уҡыу күберәк ҡәнәғәтлек килтерә, – тип һөйләй Раушания Сәфәрова. – Гәзит биттәрендә яңылыҡтарҙы, иғландарҙы һәм башҡаларҙы беләбеҙ. Һәр яңы сығарылышты түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Яратҡан гәзитемә күберәк уҡыусылар теләйем.
Раушания Рифат ҡыҙы 33 йыл Әжекәй мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Уның һөнәри ҡаҙаныштары Мәсетле районы хакимиәтенең һәм мәғариф бүлегенең грамоталары менән билдәләнгән.
Буш ваҡытын Раушания Сәфәрова көнкүрешкә арнай. Ул өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Уртансы ҡыҙы Екатеринбург ҡалаһында йәшәй, бәләкәйе әсәһе эшләгән мәктәптә уҡый. Өлкән улы Азамат МХО-ла хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Улы II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орден миҙалы, “Бахмут өсөн көрәштә ҡатнашыусы”, “Бахмутты алған өсөн” миҙалдары, “Вагнер” шәхси хәрби компанияһының Окоп тәреһе менән наградланған.