Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
1 Декабрь 2025, 14:20

“Изге подписка” әүҙем бара

“Изге подписка” хәйриә акцияһы дауам итә. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә “Мәсетле тормошо” гәзитен бүләк итергә мөмкинлек бирә. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (34770) 2-00-32, 2-00-72.

“Изге подписка” әүҙем бара
“Изге подписка” әүҙем бара

Был башланғысҡа яҡташтары хаҡында ысын хәстәрлек күргән райондаштарыбыҙ әүҙем ҡушыла. Акцияны хуплап, район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәнов Әләгәҙ ауылынан МХО-ла ҡатнашыусының әсәһенә район гәзитенә яҙылды, ә Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев – Аҙанғол ауылынан күп балалы ғаиләгә; Мәсетле районы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Анфиса Ишмөхәмәтова – Көршәле ауылынан МХО-ла ҡатнашыусының әсәһенә; Дыуан-Мәсетле ауылының “Ағинәйҙәр” йәмғиәте рәйесе Гөлназ Әхмәтханова – ауылдашы – МХО яугирына; Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе һәм “Урал” телестудияһы директоры Зәлифә Ғәлиуллина – Иҫке Мишәр ауылынан МХО яугирының әсәһенә; Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөлфиә Ғилманшина – Яңы Мөслим ауылынан күп балалы әсәгә; виртуоз-ҡумыҙсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов – Һөләймән ауылынан күп балалы әсәгә; Мәсетле газ хеҙмәте начальнигы Ринат Ғарипов – Ҡор-ғат ауылынан МХО-ла һәләк булған яугирҙың әсәһенә; Губкинский ҡалаһынан яугир ҡатыны Гөлфиә Әхтәрова – Айып ауылынан һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙең әсәһенә.
“Изге подписка”ла урындағы эшҡыуарҙар ҙа әүҙем ҡатнаша: Вилиә Әбдрәхимова – Ҡорғат ауылынан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһенә, Оксана Сафонова Юлай ауылынан күп балалы әсәгә район гәзитен уҡыу мөмкинлеген бүләк итте.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙ ҙә ошо изге эшкә ҡушылығыҙ. “Изге подписка” акцияһында ҡатнашыу-сылар яҡташтарыбыҙға тыуған төйәгебеҙ менән бәйләнеш бүләк итә һәм уртаҡ рухи ҡиммәттәребеҙҙе нығыта.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.

Автор: