Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
1 Декабрь 2025, 16:25

Беренсе бүләк уйнатылды

“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһында киләһе йылға районкаға яҙылыусылар араһында аҙна һайын бүләк уйнатыу башланды. Теләш ауылынан Зимфира Хәтмуллина аш-һыу бүлмәһендә кәрәкле френч-пресс отто.

Беренсе бүләк уйнатылды
Беренсе бүләк уйнатылды

Зимфира Хәтмуллина Теләш мәктәбендә мөдир булып эшләй, шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте, музыка, ҡыҙҙар өсөн технология фәндәренән уҡыта. Буш ваҡытта тегеү һәм бәйләү менән мауыға. “Мәсетле тормошо”нан тыш ул даими рәүештә башҡа баҫмаларға ла яҙыла.
– “Мәсетле тормошо” гәзитен ғүмер буйы алдырам, – тип һөйләй педагог. – Гәзит райондың нисек йәшәүен, унда нимәләр булғанын белеп тороу өсөн кәрәк. Интернетта бар яңылыҡтар ҙа бирелмәй йәиһә ул тулы булмай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн 2026 йылдың беренсе яртыһына (6 айға) “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылығыҙ һәм квитанцияғыҙҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса килтерегеҙ.
Гәзиткә почтальондар аша, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто сайтының “Яҙылыу” бүлегендә яҙылырға мөмкин.
Йәиһә район гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итегеҙ: яҙылырға ярҙам итәбеҙ, һорауҙарға яуап бирәбеҙ! Беҙҙең адрес: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23, реклама бүлеге. Телефоны: 8 (34770) 2-00-32.
Бүләк отоу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ! Гәзиткә яҙылыу – ул ҡиммәтле бүләк отоу һәм тыуған район ваҡиғалары менән ваҡытында танышыу мөмкинлеге.

Автор: