Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Ноябрь 2025, 16:05

Район гәзите – ишле ғаиләгә бүләк

Мәсетле районында “Изге подписка” хәйриә акцияһы дауам итә. Акцияла ҡатнашыусы һәр кем махсус хәрби операция яугирҙары ғаиләләренә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә ярты йылға “Мәсетле тормошо” гәзитен бүләк итә ала. Тулыраҡ мәғлүмәт – 2-00-72 телефоны буйынса.

Район гәзите – ишле ғаиләгә бүләк
Район гәзите – ишле ғаиләгә бүләк

Был акцияға Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин ҡушылды. Әнис Ҡасим улы Түбәнге Бобин ауылынан күп балалы ғаиләгә район гәзитенә яҙылды. Любовь Полеготчинкова һәм Константин Лукьянов биш баланы һөйөү, изгелек һәм үҙ-ара аңлашыу атмосфераһында тәрбиәләй. Ир менән ҡатын ғаилә йолаларына һаҡсыл ҡарай, ҡунаҡтарҙы ихлас ҡабул итә, бер-береһе тураһында хәстәрлек күрә. Уларҙың тормошо уртаҡ маҡсат һәм шатлыҡтар менән тулы.
Любовь Николаевна – “Бобинский” тәьмин итеү-һатыу ҡулланыусылар кооперативында, Константин Николаевич “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативында эшләй. Коллегалары һәм етәкселек уларҙы тырышлығы, эшкә тоғролоғо өсөн баһалай.
Ир менән ҡатын балалары өсөн уңайлы шарттар булдыра, һәр баланың үҙ урыны булһын өсөн иркен йорт һала. Балалар бәләкәйҙән хеҙмәтте баһаларға өйрәнә. Урманда еләк йыйыу йәиһә өйҙә ярҙам итеү – барыһы ла бергә, татыу һәм берҙәм командала башҡарыла.
– “Изге подписка” акцияһы минең сәфәремә сәбәп булды, унда йыл һайын ҙур теләк менән ҡатнашам. Был иҫ киткес ғаилә яңылыҡтар тураһында хәбәрҙар булһын өсөн уларға райондың “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылдым, – тип билдәләне Әнис Әсәҙуллин. – Любовь Николаевна менән Константин Николаевичҡа татыу һәм ныҡлы ғаилә өлгөһө өсөн рәхмәт белдерәм. Уларға һаулыҡ, уңыштар, ғаилә именлеге һәм күңел тыныслығы теләйем!

Автор: