Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Ноябрь 2025, 16:30

Гәзиткә яҙылығыҙ һәм бүләк отоғоҙ!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, тормошобоҙҙа аҙаҡҡа ҡалдырырға ярамаған ваҡиғалар һәм ҡулдан ысҡындырырға ярамаған мөмкинлектәр була.

Гәзиткә яҙылығыҙ һәм бүләк отоғоҙ!
Гәзиткә яҙылығыҙ һәм бүләк отоғоҙ!

Яңы йылдың башланыуы – пландарыңды яңыртыу ғына түгел, ә үҙеңде район тормошо, шулай уҡ унда йәшәүселәр тураһында көнүҙәк һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән тәьмин итеү өсөн бик яҡшы сәбәп. Шулай уҡ ул һеҙҙең ҡиммәтле бүләктәргә эйә булыу мөмкинлеге лә. “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы үҙенең уҡыусылары араһында сираттағы бүләк уйнатыу башланыуы тураһында иғлан итә.
2026 йылдың беренсе яртыһына (6 айға) район гәзитенә яҙылығыҙ, беҙгә квитанцияғыҙҙы килтерегеҙ һәм бүләк уйнатыуҙа ҡатнашығыҙ. Был бәхетеңде һынап ҡарау ғына түгел, ә тыуған яҡ менән бәйләнештә ҡалыу, яңы һәм мөһим мәғлүмәт алыу һәм, әлбиттә, күңелле сюрпризға дәғүә итеү мөмкинлеге лә!
Уйынды үткәреү датаһы, бүләктәр исемлеге “Мәсетле тормошо” гәзите биттәрендә һәм социаль селтәрҙәрҙә өҫтәмә рәүештә иғлан ителәсәк. Был иғланды иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ һәм бүләк отоу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ!
Гәзиткә почтальондар аша, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто сайтының “Яҙылыу” бүлегендә яҙылырға мөмкин. Йәиһә район гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итегеҙ: яҙылырға ярҙам итәбеҙ, рәсмиләштерәбеҙ, һорауҙарға яуап бирәбеҙ!
Беҙҙең адрес: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23, реклама бүлеге. Телефоны: 8 (34770) 2-00-32.
Шулай уҡ һеҙҙе “Изге подписка” акцияһына ҡушылырға саҡырабыҙ. Унда ҡатнашып, һеҙ махсус хәрби операция яугирҙарының ғаиләләренә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә “Мәсетле тормошо” гәзитен уҡыу мөмкинлеген бүләк итә алаһығыҙ. Тулыраҡ мәғлүмәтте 2-00-32 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Был акцияға Мәсетле районы Советы секретары Владимир Новоселов ҡушылды, ул Әләгәҙ ауылынан күп балалы Камалетдиновтар ғаиләһенә район гәзитенә яҙылды. Ольга Александровна һәм Эдвард Әкрәм улы ун бала тәрбиәләй. Шулай уҡ “Мәсетле тормошо” гәзитенең баш мөхәррире Эльвира Баһауетдинова Яңы Мөслим ауылынан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһенә гәзиткә яҙылды.

Автор: