1. Унда дөрөҫөн яҙалар
Һанлы технологиялар тормошобоҙҙо уңайлыраҡ итте. Әммә һәр ыңғай күренештең үҙ минустары бар. Секунд һайын тигәндәй интернет аша килгән мәғлүмәт ағымы һәр ваҡыт ышаныслы булмай. Бөтә мәғлүмәтте ентекле тикшергән, эксперттарға мөрәжәғәт иткән, бер нисә төрлө фекер тәҡдим иткән журналистарҙан айырмалы рәүештә, блогерҙар һәм башҡа «яҙыусылар» эште ҡатмарлаштырып тормай. Уларҙың маҡсаты – яңылыҡты, хатта ялған булһа ла, тиҙерәк һатыу һәм үҙенең субъектив фекерен белдереү.
Гәзиттә бөтә мәғлүмәт хәбәрселәр, мөхәррирҙәр иләге аша үтә. Улар һәр мәғлүмәт өсөн яуаплылыҡ тоя, шуға күрә баҫма һүҙгә ышаныс һәр ваҡыт көслөрәк.
2. Был – ғаилә традицияһы
Ваҡытлы баҫмаларға яҙылыу – күп ғаиләләрҙә электән һаҡланып килгән изге традиция. Гәзит һәм журналдар һәр йортта булды. Типография буяуының еҫе, ҡағыҙ биттәрҙең ҡыштырлауы, эргәлә генә йәшәгән кешеләр тураһында яҙмалар – былар барыһы ла йылылыҡ һәм матур хәтирәләр бүләк итә.
Яңылыҡтар таҫмаһына телефон йәки компьютерҙа күҙ һалырға ғәҙәтләнһәгеҙ ҙә, яратҡан баҫмаһына яҙылыу кемдер өсөн яҡшы бүләк булыуы мөмкинлеген онотмағыҙ. Беҙҙә «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ойошторған «Изге подписка» хәйриә акцияһы даими уҙғарыла: теләгән һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, күп балалы ғаиләләргә, ветерандарға һәм ярҙамға мохтаж булғандарға бүләк итеп республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙыла ала.
3. Фекер алышыу өсөн сәбәп
Район һәм республика баҫмалары урындағы яңылыҡтар тураһында яҙғанға күрә, был – тирә-йүндә нимәләр булғанын белеү, һәр ваҡыт ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булыу, дуҫығыҙ йәки күршегеҙ менән яңылыҡты тикшереү, һеҙҙең ҡалалағы йәки ауылдағы теге йәки был башланғыс хаҡында ваҡытында белеп, уның барышына йоғонто яһау өсөн бик яҡшы мөмкинлек.
Баҫма матбуғаттың төп геройы – һәр ваҡыт кеше, ә район баҫмаһын алып ҡараһаҡ, был кеше, ҡағиҙә булараҡ, һеҙгә таныш. Мәҡәләлә ул уҡытыусы, табип, депутат булараҡ ҡына түгел, ә тәрән фекерле кеше булараҡ та асыла, шуның менән ғәжәпләндерә һәм һоҡландыра.
4. Туған телдә уҡырға мөмкин
Күп милләтле республикабыҙҙа йәшәүсе һәр кем туған телендә гәзит алдырып уҡый ала. Был бик шәп күренеш! Беҙ туған телебеҙҙә уҡып рәхәтләнеү менән бер рәттән, милли мәҙәниәтте балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә тапшыра алабыҙ. Бөгөн Башҡортостанда рус, башҡорт, татар, мари, удмурт, сыуаш телдәрендә гәзит-журналдар сыға. Улар өлкәндәр аудиторияһына ла, балалар аудиторияһына ла иҫәпләнгән. Журналдарҙа йәш һәм абруйлы яҙыусыларҙың әҫәрҙәре баҫыла, шуның арҡаһында беҙ, уҡыу-сылар, милли әҙәбиәткә ылығабыҙ һәм уның үҫешенә йоғонто яһайбыҙ.
5. Яҙылыу ҡиммәткә төшмәй
Нимә генә тиһәләр ҙә, ысынында, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бик үк ҡиммәт түгел. Быны, йыллыҡ яҙылыу хаҡын яратҡан баҫмағыҙҙың даналарына бүлеп, үҙегеҙ ҙә тикшереп ҡарай алаһығыҙ. Бәләкәй генә сумма сыға. Бер тапҡыр түләйһегеҙ, уның ҡарауы йыл буйы гәзит уҡыйһығыҙ! Экономиялау өсөн матбуғатҡа яҙылыу декадаһы менән файҙаланырға мөмкин. Киләһе акция 3 декабрҙән 13-нә тиклем үтәсәк. Был осорҙа республика баҫмаларына һәм яратҡан район гәзиттәренә ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин буласаҡ.
БЕЛЕП ТОРОҒОҘ
Яҙылығыҙ һәм бүләк отоғоҙ!
Республика, ҡала һәм район баҫмаларына почта бүлексәһе аша йәки rbsmi.ru сайтында онлайн-сервис ярҙамында яҙылырға мөмкин. Бының өсөн «Подписка» бүлегендә үҙегеҙ алдырырға теләгән гәзит йәки журналды һайлағыҙ. Уға баҫҡандан һуң уларҙың бите асыла, баҫма йәки электрон версия тәҡдим ителә, шунан һуң һайлаған тауар «кәрзингә» күсеп ята. Артабан «Кәрзин» бүлегенә инеп, заказды тамамлағыҙ.
Республиканың барлыҡ төбәктәрендә йәшәүсе яҙылыусылар ҙа приздар уйнатыуҙа ҡатнаша ала. Бының өсөн ике баҫмаға яҙылырға һәм квитанция күсермәләрен 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, «Республика Башкортостан» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәте, 212-се бүлмә адресы буйынса ебәрегеҙ. Хатығыҙҙы «Яҙыл һәм бүләк от» тип билдәләгеҙ, унда адресығыҙҙы, бәйләнеш өсөн телефон һандарын да күрһәтегеҙ. Шулай уҡ 2026 йылдың 15 ғинуарына тиклем podpiska@rbsmi.ru электрон адресына ла ебәрергә мөмкин.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
2026 йылға “Мәсетле тормошо” район гәзитенә яҙылығыҙ:
почта бүлексәһендә;
редакцияла: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23;
РБСМИ сайтында, “Матбуғатҡа яҙылыу” бүлегендә.
Яҙылыу индексы: 55555.
Хаҡы
Бер айға – 204,86 һум.
6 айға – 1229,16 һум.
Йылына – 2299,14 һум.