Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Сентябрь 2025, 09:00

Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланды

Яҙыл һәм бүләк от! Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, 2026 йылдың тәүге яртыһына “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыу кампанияһы башланды.

Гәзит-журналдарға яҙылыу  кампанияһы башланды
Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланды

Баҫмаға яҙылыуҙы почта бүлексәһе аша, гәзит редакцияһында (Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23) йәиһә онлайн-сервис ярҙамында эшләргә мөмкин. Һуңғыһын rbsmi.ru сайтында ҡулланыу еңел. Бының өсөн “Яҙылыу” бүлегендә “Мәсетле тормошо” гәзитен һайларға кәрәк, төймәгә баҫҡандан һуң баҫманың бите асыла һәм баҫма йәиһә электрон версия тәҡдим ителә, һайлап алғандан һуң, һатып алыу кәрзингә китә. Кәрзингә инеп, заказды тамамлағыҙ.
Ошо кьюар-кодты сканерлағыҙ һәм сайтҡа күсегеҙ.
Әүҙем яҙылыусыларҙы күңелле бонус көтә. 1 октябрҙән 11-енә тиклем һәм 3 декабрҙән 13-өнә тиклем “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто “Рәсәй почтаһы” йәмғиәте менән берлектә традицион акция үткәрә – ташламалар декадаһы иғлан итә. Был осорҙа яратҡан районкаға льготалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин.
Ошоноң менән генә күңелгә ятышлы сюрприздар тамамланмай. Сөнки бөтә яҙылыусылар ҙа приздар уйнатыуҙа ҡатнаша ала.
“Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыусылар араһында аҙна һайын бүләктәр уйнатыласаҡ. Бынан тыш, тағы ла бер бүләк отоу мөмкинлеге бар: бер республика баҫмаһына һәм “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылып, 2026 йылдың ғинуарына тиклем ирекле формала ғариза яҙырға һәм йәшәгән адрес, телефон һандарын күрһәтеп, квитанция күсермәһен 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13 адресы буйынса Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең 212-се кабинетына “Яҙыл һәм бүләк от!” билдәһе менән йәиһә podpiska@rbsmi.ru электрон адресҡа ебәрергә.

Гәзит-журналдарға яҙылыу  кампанияһы башланды
Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланды
Автор: