Тыуған районыбыҙ тормошо хаҡында һәр саҡ белеп тороу өсөн үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға район гәзитенә яҙылып өлгөрөгөҙ. Өҫтәүенә, һеҙ районкаға икенсе ярты йыллыҡҡа алты айға яҙылғандар араһында бүләк уйнатыуҙа ҡатнаша алаһығыҙ. Бының өсөн квитанцияғыҙҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса алып килегеҙ йәки handugas@mail.ru электрон адресына ебәрегеҙ.
Айып ауылынан Әнисә Ғәйфуллина шулай эшләй ҙә. Сираттағы бүләк уға сыҡты. Бүләкте ҡыҙы Әлфиә килеп алды.
* * *
“Изге подписка”
Беҙ “Изге подписка” акцияһында ҡатнашыусылар хаҡында һөйләүҙе дауам итәбеҙ. Уның сиктәрендә теләгән һәр кем Мәсетле районында йәшәгән махсус хәрби операция яугирҙары ғаиләләренә, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән йәки ишле ғаиләләргә “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙыла ала. Изге эшкә Мәсетле районы Советы секретары Владимир Новоселов ҡушылды. Ул Оло Ыҡтамаҡ ауылынан МХО-ла һәләк булған яугир Илдар Хисамовтың әсәһе Миләүшә Риза ҡыҙына районкаға яҙылды.
Мәсетле районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмовтың акцияла ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә Йыланыш ауылынан яугирҙың әсәһе лә район гәзитен аласаҡ.
Акция сиктәрендә Оло Ыҡтамаҡ ауылынан шәхси эшҡыуар Ленар Вәзиров Көршәле, Ләмәҙтамаҡ һәм Яуыш ауылдарынан өс хәрбиҙең ғаиләләренә гәзиткә яҙылды.
Беҙ битараф булмаған мәсетлеләргә ярҙамдары һәм изгелектәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ!