Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
4 Июнь 2025, 09:55

Район гәзитен – һәр йортҡа!

“Изге подписка” акцияһы дауам итә. Ул МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, күп балалы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләнгән ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Район гәзитен – һәр йортҡа!
Район гәзитен – һәр йортҡа!

Акцияға Мәсетле мәғлүмәт үҙәге директоры Эльвира Баһауетдинова ҡушылды һәм Әжекәй ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының әсәһенә “Мәсетле тормошо” гәзитен яҙҙырҙы. Ә “Урал” телестудияһы коллективы, Айып ауылынан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһенә ошо уҡ баҫмаға яҙылып, бүләк яһаны.
Шәхси эшҡыуар Оксана Сафонова – Оло Ыҡтамаҡ ауылынан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһенә, ә шәхси эшҡыуар Вилиә Әбдрәхимова Оло Аҡа ауылынан МХО-ла ҡатнашыусының әсәһенә район гәзитенә яҙылды.
“Башаҡҡай” һәм “Ҡояшҡай” балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре бөтә коллектив менән район гәзитен алдырасаҡтар.

Район гәзитен – һәр йортҡа!
Район гәзитен – һәр йортҡа!
Район гәзитен – һәр йортҡа!
Автор: