Әйткәндәй, 3 июндән 13 июнгә тиклем яҙылыу ун көнлөгө бара – почта бүлексәһе аша “Мәсетле тормошо” гәзитенә ташлама менән яҙылырға мөмкин.
Баҫмаға яҙылыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатабыҙ. Ошо көндәрҙә дүртенсе бүләктең хужаһы билдәләнде. Ул – Тәкә ауылынан Нурания Миңлебаева. Гәзит уҡыусыбыҙ блендер отто.
Гәзит уҡыусылар өсөн һайлап алынған бүләктәр бының менән генә бөтмәне әле. Һеҙҙе электр сәйнүге, блендер, үтек һәм башҡа приздар көтә. Төп бүләк – индукция һауыт-һаба йыйылмаһы.
2025 йылдың икенсе яртыһына (6 айға) район гәзитенә яҙылып, квитанцияғыҙҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса гәзит редакцияһының реклама бүлегенә килтерегеҙ һәм бүләк уйнатыуҙа ҡатнашығыҙ.