Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Май 2025, 15:35

Һеҙҙе ташламалар һәм акциялар көтә

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, 2025 йылдың икенсе яртыһына “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыу дауам итә.20 майҙан 27-һенә тиклем гәзитте редакциянан килеп алған яҙылыусылар өсөн гәзиткә түбән хаҡҡа яҙылыу аҙналығы үтәсәк.

Һеҙҙе ташламалар һәм акциялар көтә
Һеҙҙе ташламалар һәм акциялар көтә

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: яҙылыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатабыҙ. Ошо көндәрҙә икенсе бүләк отоусыны билдәләнек. Ул – Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Вәлиә Мөхәмәҙиева. Гәзит уҡыусыбыҙ фильтр-кувшин отто.
Быйыл һеҙ электр сәйнүге, үтек, блендер һәм башҡа күп нимәгә эйә була алаһығыҙ. Төп бүләк – индукция һауыт-һабаһы йыйылмаһы.
2025 йылдың икенсе яртыһына (6 айға) район гәзитенә яҙылып, квитанцияғыҙҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса гәзит редакцияһының реклама бүлегенә килтерегеҙ һәм бүләк уйнатыуҙа ҡатнашығыҙ.

Шулай уҡ һеҙҙе “Изге подписка” акцияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Уға ярашлы, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн гәзиткә яҙылыу ойошторола. Изге эштәр башҡарырға ашығығыҙ!
Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (34770) 2-00-32.

Автор: