Социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар быуаты булыуға ҡарамаҫтан, гәзиттең ҡағыҙ версияһы мәғлүмәттең мөһим сығанағы булып ҡала. Интернетта уҙған саралар һәм ваҡиғалар тураһында бер нисә һөйләмдән торған яңылыҡтарҙы гәзит биттәрендә баҫылған ентекле мәғлүмәт менән сағыштырып булмай. Бынан тыш, социаль селтәрҙәрҙә булмаған тарихи очерктар, кешеләрҙең яҙмышы тураһында хикәйәләр, район хакимиәте һәм төрлө хеҙмәт вәкилдәренең комментарийҙары баҫылып тора.
Ә типография буяуы һәм ҡағыҙ еҫе менән һуғарылған ваҡытлы баҫманың яңы һанын ҡулға алыу ни тиклем күңелле!
Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар, Мәсетле районының берҙән-бер баҫмаһына отошло хаҡҡа яҙылыу осоро башланды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: район гәзитенә почтальондар аша, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто сайтында “Яҙылыу” битендә яҙылырға мөмкин.
Йәиһә гәзит редакцияһына мөрәжәғәт итегеҙ: яҙабыҙ, һорауҙарға яуап бирәбеҙ! Беҙҙең адрес: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23, реклама бүлеге. Телефон: 8 (34770) 2-00-32.
2 апрелдән 12-һенә тиклем почта аша матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө бара. Ашығығыҙ!
Элекке йылдарҙағы кеүек, гәзиткә яҙылыусылар араһында аҙна һайын бүләктәр, шулай уҡ төп приз уйнатыла.