26 декабрҙә суперприз – электр ит турағыс уйнатылды. Акцияла ҡатнашыу өсөн 207 квитанция ҡабул ителде. Һәр ваҡыттағыса уларҙың һәр береһенә тәртип һаны бирелде. Жетондар үтә күренмәле йәшниккә урынлаштырылды.
“Яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы еңеүсеһен билдәләргә Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Ләйсән Панова ярҙам итте. Ул 25-се бәхетле номерҙы тартып сығарҙы. Был номер аҫтында Теләш ауылынан Зимфира Ғибәҙуллинаның квитанцияһы теркәлгән.
Зимфира Ғәбделнур ҡыҙы Теләш мәктәбен тамамлаған. Һуңынан Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһында корректор булып башлай. Дүрт йылдан тыуған ауылына ҡайта һәм унда 26 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Хәҙер хаҡлы ялда.
– Район гәзитенә йыл да яҙылып барам. Район һәм республика яңылыҡтарын уҡырға яратам. Редакцияла эшләгән йылдарымды һәр саҡ йылы хәтирәләр менән иҫкә алам. Акцияла почта мөдире аша ҡатнаштым, ул квитанциямды бүләк уйнатыуға ебәрҙе. Яңы йыл алдынан бындай бүләк алыу үтә ҡыуаныслы, – ти Зимфира Ғибәҙуллина.
Киләһе йылда ла ҡыҙыҡлы конкурстар һәм акциялар менән ҡыуандырырбыҙ. Редакция һеҙҙең өсөн күп яңы һәм мауыҡтырғыс нәмәләр әҙерләй. Районканан айырылмағыҙ.
Гәзит уҡыусыларыбыҙға яңы йылда бәхет, һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!