– Район яңылыҡтарын белеү, һуңғы ваҡиғалар хаҡында хәбәрҙар булыу бик ҡыҙыҡлы. “Мәсетле тормошо” гәзите – уникаль, ул урындағы ваҡиғалар тупланмаһы кеүек, – ти китапханасылар.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, китапхана хеҙмәткәр-ҙәре матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында йыл һайын әүҙем ҡатнаша. Был уларҙың рухи мәҙәниәтенең юғары булыуы, матбуғат менән тығыҙ бәйләнештә булырға теләүе хаҡында һөйләй.
Бөгөн үҙәк район китапханаһында Светлана Ғәлимова етәкселегендә туғыҙ кеше эшләй: үҙәк моделле балалар китапханаһы мөдире Зилиә Вәлиева, үҙәк район китапханаһы мөдире Зөлфирә Кулова, китап туплау һәм эшкәртеү бүлеге мөдире Эльза Закирова, хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Марина Худякова, уҡыу залының баш китапханасыһы Гүзәл Хәйретдинова, төп китапханасы Эльза Ниғәмәтйәнова, үҙәк моделле балалар китапханаһының баш китапханасыһы Зифа Мөхөтдинова һәм үҙәк моделле балалар китапханаһы китапханасыһы Лилиә Фәтихова.
Балалар китапханаһы Президент грантына проект ғәмәлгә ашыра. “Китап менән осрашыу” ҡурсаҡ театры” проекты – ул ҡурсаҡ театры. Унда рус, башҡорт һәм урындағы яҙыусылар әҫәрҙәренең, әкиәттәрҙең һәм легендалар-ҙың персонаждары йәнләнә. Проекттың маҡсатлы аудиторияһы – Мәсетле районының 14 йәшкә тиклемге балалары, үҫмерҙәре. Грант аҡсаһына ҡорамалдар, спектаклдәр ҡуйыу өсөн кәрәкле ҡурсаҡтар һатып алынасаҡ. Был проектты бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә бәләкәй тамашасылар ҡурсаҡ театры постановкаларын ҡарай, шулай уҡ яҡташ яҙыусылар менән осраша, персонаждарҙың характерҙарын тикшерә, буш ваҡытын мауыҡтырғыс итеп үткәрә аласаҡ, уҡыуға ылығасаҡ.
Екатерина ӘМИРОВА.