“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто иғлан иткән льготалы яҙылыу 4 октябрҙән 24-енә тиклем ғәмәлдә, тимәк, акция аҙағына тиклем бер аҙна ваҡыт ҡалды!
Льготалы яҙылыу ойошмаға илтеп биргән осраҡта ла ғәмәлдә (кәмендә биш хеҙмәткәр яҙылған осраҡта редакция хеҙмәткәре район үҙәгендәге ойошмаларға илтеп бирә), гәзиттең хаҡы алты айға 786 һум тәшкил итәсәк, шулай уҡ редакциянан килеп алыу шарты менән яҙылырға мөмкин (яҙылыусылар гәзитте редакциянан үҙҙәре килеп ала), уның хаҡы – 708 һум.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына “Мәсетле тормошо” гәзитенә бер нисә ысул менән яҙылырға мөмкин.
1. Ғәҙәти – почтальон аша йәиһә почта бүлексәһендә.
2. Редакция аша – Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса реклама бүлегендә һеҙгә абонемент тултырасаҡтар.
3. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто сайтының “Матбуғатҡа яҙылыу” бүлексәһендә.
Шул уҡ ваҡытта “Мәсетле тормошо” гәзитенә һәм “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң тағы бер баҫмаһына алты айҙан да кәм булмаған ваҡытҡа (2025 йылдың беренсе яртыһына) яҙылыусылар ҡиммәтле бүләк отоу мөмкинлеген аласаҡ.
Бының өсөн квитанцияларҙың күсермәләрен 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13 адресына йәиһә электрон почтаға ([email protected]) ебәрергә кәрәк, шулай уҡ квитанция фотоһын сайтҡа (https://podpiska.rbsmi.ru/) беркетергә мөмкин.