4 октябрҙән 14-енә тиклем “Рәсәй почтаһы” яҙылыу ун көнлөгөн үткәрә. Был осорҙа почта аша алты айға яҙылыу хаҡы 1042,62 һум тәшкил итә.
“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ла льготалы яҙылыу иғлан итте. Ул 4 октябрҙән 24-енә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Был ваҡытта ойошмаға илтеп биреү шарты менән яҙылғанда (редакция хеҙмәткәре район үҙәгендәге ойошмаларға кәмендә биш хеҙмәткәр яҙылған осраҡта илтеп бирә), гәзиттең хаҡы алты айға 786 һум тәшкил итәсәк, шулай уҡ редакциянан килеп алыу шарты менән яҙылырға мөмкин (яҙылыусылар гәзитте редакциянан үҙҙәре килеп ала), уның хаҡы – 708 һум.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына “Мәсетле тормошо” гәзитенә бер нисә ысул менән яҙылырға мөмкин.
1. Ғәҙәти – почтальон аша йәиһә почта бүлексәһендә.
2. Редакция аша – Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса реклама бүлегендә һеҙгә абонемент тултырасаҡтар.
3. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто сайтының “Матбуғатҡа яҙылыу” бүлексәһендә.
Шул уҡ ваҡытта “Мәсетле тормошо” гәзитенә һәм “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң тағы бер баҫмаһына алты айҙан да кәм булмаған ваҡытҡа (2025 йылдың беренсе яртыһына) яҙылыусылар ҡиммәтле бүләк отоу мөмкинлеген аласаҡ.
Бының өсөн квитанцияларҙың күсермәләрен 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт почта адресына йәиһә электрон почтаға ([email protected]) ебәрергә кәрәк, шулай уҡ квитанция фотоһын сайтҡа (https://podpiska.rbsmi.ru/) беркетергә мөмкин.