Мәсетле тормошо
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Июнь , 12:00

Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға табан

“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһында сираттағы бүләктәр уйнатылды. Бүләктәр был юлы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Ғәфүр Хәлиловҡа (һүрәттә – һулда) һәм Туҡбай ауылынан Тәнзилә Әхмәҙиеваға (бүләкте ҡыҙы алды) сыҡты.

Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға табан
Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға табан

Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. 2024 йылдың икенсе яртыһына район гәзитенә яҙылырға һәм “Яҙыл һәм бүләк от” акцияһында ҡатнашырға һуңға ҡалмағыҙ. Бының өсөн яҙылған квитанцияны редакцияға алып килегеҙ йәки [email protected] электрон адресына ебәрегеҙ (телефон номерын күрһәтергә онотмағыҙ). Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: һеҙ төп бүләк – электр ит турағысҡа эйә була алаһығыҙ.
Шулай уҡ “Изге подписка” акцияһы дауам итә. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов һәм район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Анфиса Ишмөхәмәтова, Ҡорғат ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илфат Мәүликәев был акцияға ҡушылдылар ҙа инде.
“Изге подписка” акцияһында һеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ. Гәзиткә бер нисә ысул менән яҙылырға мөмкин:
1. Почтала йәки почтальон аша.
2. Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса редакцияға килеп йәиһә 8 (34770) 2-00-32 телефоны буйынса шылтыратып.
3. Өйҙән сыҡмай ғына, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто сайтына инеп, “Матбуғатҡа яҙылыу” бүлегендә.
Бөтә һорауҙар буйынса 8 (34770) 2-00-32 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.

Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға табан
Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға табан
Автор: