Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
7 Июнь , 14:10

Һеҙ ҙә ҡиммәтле бүләк отоуҙа ҡатнашығыҙ!

“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһында сираттағы бүләктәр уйнатылды. Был юлы улар Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Сабира Хөснөтдиноваға (һүрәттә – һулда, саң һурҙырғыс отто), Яңы Мөслим ауылынан Рузалия Ҡазыеваға (термос) сыҡты.

Һеҙ ҙә ҡиммәтле бүләк отоуҙа ҡатнашығыҙ!
Һеҙ ҙә ҡиммәтле бүләк отоуҙа ҡатнашығыҙ!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, беҙҙә файҙалы бүләктәр күп әле: электр ҡырынғыс, дрель-шуруповерт, фен һәм башҡалар. Төп бүләк – электр ит турағысҡа эйә була алаһығыҙ, уны июнь аҙағында уйнатабыҙ.
Бынан тыш, 10 июндән 20-һенә тиклем, яҙылыу декадаһында, ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин.
Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн 2024 йылдың алты айына район гәзитенә яҙылығыҙ һәм квитанцияны редакцияға алып килегеҙ, йәиһә [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ (телефон номерын күрһәтергә онотмағыҙ).
Шулай уҡ 2024 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы барышында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто “Изге подписка” акцияһын башлап ебәрҙе. Хәйриә акцияһын хуплап, район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгән мәрхүм геройыбыҙҙың әсәһе өсөн “Мәсетле тормошо” район гәзитенә яҙылды.
Был акцияға шулай уҡ район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов, эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәнов, социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев, район Советы секретары Владимир Новоселов, “Мәсетле тормошо” гәзитенең баш мөхәррире Эльвира Баһауетдинова, район Мәҙәниәт һарайы директоры Радик Шәрәфисламов, шулай уҡ ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары Раил Низамов (Ләмәҙтамаҡ) һәм Тәлғәт Вәлитов (Әләгәҙ) ҡушылды.
“Изге подписка” акцияһында һеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ. Гәзиткә бер нисә ысул менән яҙылырға була:
1. Почтала һәм почтальон аша.
2. Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса редакцияға килеп йәиһә 8 (34770) 2-00-32 телефоны буйынса шылтыратып.
3. Өйҙән сыҡмай ғына, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто сайтына инеп, “Матбуғатҡа яҙылыу” бүлегендә.
“Изге подписка” акцияһы сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға гәзит-журналдар яҙҙырырға мөмкин.
Бөтә һорауҙар менән 8 (34770) 2-00-32 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Һеҙ ҙә ҡиммәтле бүләк отоуҙа ҡатнашығыҙ!
Һеҙ ҙә ҡиммәтле бүләк отоуҙа ҡатнашығыҙ!
Автор: