Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
31 Май , 15:25

Ҡиммәтле бүләктәр оторға ашығығыҙ!

“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһында сираттағы бүләктәр уйнатылды.Был юлы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Нәзилә Шәнгәрәева (һүрәттә – һулда) блендер һәм Әжекәй ауылынан Гөлназ Бәҙғетдинова сәйнүк отто.

Ҡиммәтле бүләктәр оторға ашығығыҙ!
Ҡиммәтле бүләктәр оторға ашығығыҙ!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, беҙҙә файҙалы бүләктәр күп әле: электр ҡырынғыс, дрель-шуруповерт, фен, саң һурҙырғыс һәм башҡалар. Бынан тыш, төп бүләк – электр ит турағысҡа эйә була алаһығыҙ, уны июнь аҙағында уйнатабыҙ.


Бынан тыш, 10 июндән 20-һенә тиклем, яҙылыу декадаһында, ташламалы хаҡҡа яҙыла алаһығыҙ.


Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн 2024 йылдың алты айына район гәзитенә яҙылығыҙ һәм квитанцияны редакцияға алып килегеҙ, йәиһә [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ (телефон номерын күрһәтергә онотмағыҙ).


“Мәсетле тормошо” гәзитенә бер нисә ысул менән яҙылырға мөмкин икәнен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
1. Почтала һәм почтальон аша.
2. Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса редакцияға килеп йәиһә 8 (34770) 2-00-32 телефоны буйынса шылтыратып.
3. Өйҙән сыҡмай ғына, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто сайтына инеп, “Матбуғатҡа яҙылыу” бүлегендә.

Ҡиммәтле бүләктәр оторға ашығығыҙ!
Ҡиммәтле бүләктәр оторға ашығығыҙ!
Автор: