Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
17 Май , 09:30

Район гәзитенә яҙылығыҙ һәм ҡиммәтле бүләктәр отоуҙа ҡатнашығыҙ

2024 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу дауам итә. “Мәсетле тормошо” гәзитенә бер нисә ысул менән яҙылырға мөмкин булыуын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Район гәзитенә яҙылығыҙ һәм ҡиммәтле бүләктәр отоуҙа ҡатнашығыҙ
Район гәзитенә яҙылығыҙ һәм ҡиммәтле бүләктәр отоуҙа ҡатнашығыҙ

1. Почта һәм почтальон аша.
2. Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса редакцияға килеп йәиһә 8 (34770) 2-00-32 телефоны буйынса шылтыратып.
3. Өйҙән сыҡмайынса, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто сайтына инеп, “Матбуғатҡа яҙылыу” бүлегендә.
Бынан алда беҙ 8 апрелдән 18-енә тиклем декада осоронда баҫмаға яҙылыусылар араһында бүләк уйнатыу иғлан иткәйнек. Тәүге еңеүселәр: Олег Баһауетдинов (Ләмәҙтамаҡ ауылы), Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Айгөл Зәбихуллина (һүрәттә – уңда) һәм Гөлназ Нәсибуллина (һулда). Улар гәзиткә ҡотлау бирергә 1000 һумлыҡ сертификат отто.
Уҙған бүләк уйнатыуҙа ҡатнашып өлгөрмәгәндәр аҙна һайын үткәрелгән “Яҙыл һәм бүләк от!” акцияһында уңышын һынап ҡарай ала. Бының өсөн гәзиткә яҙылған квитанцияғыҙҙы редакцияға алып килегеҙ йәиһә [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ (телефон номерын күрһәтергә онотмағыҙ).
Һеҙҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә: электр ҡырынғыс, дрель-шуруповерт, блендер, термос, фен, саң һурҙырғыс һәм башҡалар. Июндә электр ит турағыс уйнатыласаҡ.

Быйыл икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡтары:
почта аша (почтальондар гәзитте өйгә илтеп бирә) – 1047,90 һум;
редакция хеҙмәткәре илтеп бирә (район үҙәгендәге ойошмаларға кәмендә биш хеҙмәткәр яҙылған осраҡта) – 840 һум;
редакциянан үҙегеҙ килеп алғанда – 744 һум;
электрон версияһы (гәзит һеҙҙең электрон адресҡа килә) – 858 һум.

Район гәзитенә яҙылығыҙ һәм ҡиммәтле бүләктәр отоуҙа ҡатнашығыҙ
Район гәзитенә яҙылығыҙ һәм ҡиммәтле бүләктәр отоуҙа ҡатнашығыҙ
Район гәзитенә яҙылығыҙ һәм ҡиммәтле бүләктәр отоуҙа ҡатнашығыҙ
Автор: