8 апрелдән 18-енә тиклем матбуғатҡа отошло хаҡ менән яҙылыу ун көнлөгө уҙғарыла – был осорҙа һеҙ ташламалы хаҡ буйынса яҙыла алаһығыҙ! Шулай уҡ беҙ һеҙҙең өсөн бүләк әҙерләнек: 2024 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгөндә гәзиткә яҙылыусылар араһында 1000 һумлыҡ өс сертификат уйнатыла. Уның ярҙамында һеҙ баҫма биттәрендә ҡотлау йәиһә иғлан бирә алаһығыҙ. Йәғни 8 апрелдән 18-енә тиклем яҙылыу – икеләтә отошло!
Квитанцияларҙы редакцияға алып килергә.
Районкаға бер нисә ысул менән яҙылырға мөмкин.
1. Почта һәм почтальон аша.
2. Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса редакцияға килеп йәиһә 8 (34770) 2-00-32 телефоны буйынса шылтыратып.
3. Өйҙән сыҡмайынса, “Баш-ҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто сайтына инеп, “Матбуғатҡа яҙылыу” бүлегендә.
Быйыл икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡтары:
Почта аша (почтальондар гәзитте өйгә илтеп бирә) – 1047,90 һум.
Редакция хеҙмәткәре илтеп бирә (район үҙәгендәге ойошмаларға кәмендә биш хеҙмәткәр яҙылған осраҡта) – 840 һум.
Редакциянан үҙегеҙ килеп алғанда – 744 һум.
Электрон версияһы – 858 һум.