Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
22 Декабрь 2023, 15:00

Был аҙнала бүләк отоусылар

Киләһе йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы ахырына яҡынлаша. Ул 27 декабрҙә тамамлана.

Был аҙнала бүләк отоусылар
Был аҙнала бүләк отоусылар

Район гәзитенә яҙылып, квитанцияларын килтергән мәсетлеләр араһында “Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы буйынса бүләк уйнатыу дауам итә. Был аҙнала бер юлы өс гәзит уҡыусыға бәхет йылмайҙы. Әләгәҙ ауылынан Баязит Яҡупов, Тәкә ауылынан Людмила Шәмсийәрова һәм Оло Аҡа ауылынан Рәүилә Хөснийәрова үҙ бүләктәрен алды.
– Район гәзитен 1965 йылдан бирле алдырам. Күп йылдар инде уның һәр һанын уҡып барам, – ти Рәүилә Вәли ҡыҙы. – Гәзиттән район тормошо, урындағы саралар хаҡында беләм. Яңылыҡтарҙы, ҡотлауҙар-ҙы һәм иғландарҙы ҡарап барырға яратам. Матбуғат баҫмаһына уңыштар теләйем.
Киләһе аҙнала суперприз – хром кәстрүлдәр йыйылмаһы уйнатыласаҡ. Квитанцияларығыҙҙы килтерегеҙ. Бәлки, нәҡ һеҙ бүләкте оторһоғоҙ!

Был аҙнала бүләк отоусылар
Был аҙнала бүләк отоусылар
Был аҙнала бүләк отоусылар
Автор: