Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
19 Декабрь 2023, 16:25

“Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы дауам итә

Был аҙнала “Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!” акцияһында бер юлы ике кешегә уңыш йылмайҙы. Улар – Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Винера Ғәлләметдинова менән Роберт Мирхәйҙәров. Был гәзит уҡыусыларыбыҙ “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһынан йылы юрған һәм пикник өсөн йыйылма алды.

“Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!”  акцияһы дауам итә
“Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы дауам итә

Уңыш йылмайған дуҫтарыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләһе аҙнала ике яңы еңеүсене иғлан итербеҙ. Ә яңы йыл алдынан редакция суперпризға хром кәстрүлдәр йыйылмаһын уйната. Гәзиткә яҙылып ҡалырға ашығығыҙ һәм бүләк уйнатыуҙа ҡатнашығыҙ, бәлки, нәҡ һеҙгә бәхет йылмайыр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала, бының өсөн һеҙгә 2024 йылдың алты айына район гәзитенә яҙылырға кәрәк.
Квитанция күсермәһен (телефон һандарын яҙырға онотмағыҙ) handugas-reklama@ mail.ru электрон почтаһына ебәрегеҙ йәиһә гәзит редакцияһына шәхсән алып килегеҙ, шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса почта аша ебәрә алаһығыҙ.

“Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!”  акцияһы дауам итә
“Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы дауам итә
Автор: