Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
8 Декабрь 2023, 14:40

Отошло хаҡҡа яҙылып өлгөрөгөҙ!

“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы үҙенең уҡыусылары араһында аҙна һайын бүләк уйнатыуҙы дауам итә. Был аҙнала Иҫке Мишәр ауылынан Мәүләүи Исламов еңеүсе булды. Ул плед отто.

Отошло хаҡҡа яҙылып өлгөрөгөҙ!
Отошло хаҡҡа яҙылып өлгөрөгөҙ!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Йыл аҙағына тиклем бик аҙ ваҡыт ҡалды, бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн районкаға яҙылырға һәм квитанция күсермәһен килтерергә ашығығыҙ. Яңы йыл алдынан төп бүләк итеп һайланған кәстрүлдәр йыйылмаһы уйнатыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 14 декабргә тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө үтә. Ошо көндәрҙә ташлама менән һеҙ отошло хаҡҡа гәзит-журналдарға яҙыла алаһығыҙ.
Ҡиммәтле бүләктәр уйнатыуҙа 2024 йылға район гәзитенә кәмендә алты айға яҙылыусы һәр кем ҡатнаша ала.
Бөтә Рәсәй декадаһы осоронда 2024 йылға район гәзитенә яҙылыу хаҡы:
Почта аша (почтальондар гәзитте өйгә илтеп бирә): 6 айға – 927,78 һум.
Редакция хеҙмәткәре илтеп бирә (район үҙәгендәге ойошмаларға, кәмендә биш хеҙмәткәр яҙылған осраҡта): 6 айға – 744 һум.
Редакциянан үҙегеҙ килеп алғанда: 6 айға – 660 һум.
2024 йылдың тәүге яртыһына “Мәсетле тормошо” гәзитенә бер нисә ысул менән яҙылырға мөмкин: ғәҙәти – һеҙҙең почтальон аша йәиһә почта бүлексәһендә; редакция аша – Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса реклама бүлегендә; “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто сайтында “Яҙылыу” (“Подписка”) бүлегендә.

Отошло хаҡҡа яҙылып өлгөрөгөҙ!
Отошло хаҡҡа яҙылып өлгөрөгөҙ!
Отошло хаҡҡа яҙылып өлгөрөгөҙ!
Автор: