Был аҙнала Әжекәй ауылынан гәзитебеҙгә даими яҙылыусы Рима Бәҙретдинова еңеүсе булды. Ул үтек отто.
– Район гәзитенә ғүмер буйы яҙылам, сөнки тап ошонда бөтә яңылыҡтарҙы белергә мөмкин, – ти Рима Ҡәүи ҡыҙы. – Миңә уңыш йылмайыуына һәм еңеүселәрҙең береһе булыуыма шатмын.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн һеҙгә 2024 йылдың кәм тигәндә алты айына гәзиткә яҙылырға һәм квитанция күсермәһен [email protected] электрон почтаһына йәиһә гәзит редакцияһына шәхсән алып килергә, шулай уҡ почта аша Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресына ебәрергә кәрәк.
Район гәзитенә яҙылыу хаҡтары:
почта аша 6 айға – 1047,90 һум,
редакциянан үҙегеҙ килеп алғанда – 744 һум,
редакция хеҙмәткәре илтеп биргәндә (район үҙәгендәге ойошма-ларға) – 840 һум,
электрон версияһы – 858 һум.