Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
31 Октябрь 2023, 09:55

Аҙна һайын – бүләк!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! 2024 йылдың тәүге яртыһына “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыу кампанияһы бара. Ноябрҙә гәзит уҡыусылар араһында матур йолаға әйләнгән бүләк уйнатыуҙы башлайбыҙ.

Аҙна һайын – бүләк!
Аҙна һайын – бүләк!

Унда ҡатнашыу өсөн һеҙгә 2024 йылдың кәм тигәндә алты айына район гәзитенә яҙылырға һәм квитанция күсермәһен [email protected] электрон почтаһына ебәрергә йәиһә гәзит редакцияһына шәхсән алып килергә кәрәк, шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса почта аша ебәрергә була.
2023 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы ваҡытында киң танылыу алған “Изгелек подпискаһы” акцияһы дауам итә. Хәйриә акцияһы “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто тарафынан иғлан ителде, ә уның тәүге ҡатнашыусылары – республика Башлығы Радий Хәбиров һәм “Китап байрамы”ның махсус ҡунағы, Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский.
Был акцияла ҡатнашыу өсөн мобилизацияланған яугирҙарҙың, шулай уҡ хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләре өсөн республика баҫмаларына, шул иҫәптән район гәзитенә яҙылырға кәрәк. Район гәзитен шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, хеҙмәт ветерандарына һәм башҡаларға ла бүләк итә алаһығыҙ.
Район гәзитенә 1 айға яҙылыу хаҡтары:
почта аша – 174,65 һум;
редакциянан (үҙегеҙгә килеп алырға) – 124 һум;
ойошмаға редакция хеҙмәткәре илтеп биргән осраҡта – 140 һум;
электрон версия – 143 һум.

Автор: