Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
26 Сентябрь 2023, 09:05

Отошло хаҡ менән яҙылып өлгөрөгөҙ!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! 2024 йылдың тәүге яртыһына “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыу бара. Шуға бәйле 2 октябрҙән 12-һенә тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы уҙғарылыуы хаҡында хәбәр итергә ашығабыҙ. Һеҙ 10 көн дауамында гәзиткә ташлама менән отошло хаҡ буйынса яҙыла алаһығыҙ.

Отошло хаҡ менән яҙылып өлгөрөгөҙ!
Отошло хаҡ менән яҙылып өлгөрөгөҙ!

Бөтә Рәсәй ун көнлөгө осоронда 2024 йылдың тәүге яртыһына район гәзитенә яҙылыу хаҡы:
Почта аша (почтальондар гәзитте өйгә илтеп бирә): 1 айға – 154,63 һум, 6 айға – 927,78 һум.
Редакция хеҙмәткәре илтеп бирә (район үҙәгендәге ойошмаларға кәмендә биш хеҙмәткәр яҙылған осраҡта): 1 айға – 124 һум; 6 айға – 744 һум.
Редакциянан үҙегеҙ килеп алғанда: 1 айға – 110 һум, 6 айға – 660 һум.
“Мәсетле тормошо” гәзитенә 2024 йылдың беренсе яртыһына бер нисә ысул менән яҙылырға мөмкин:
1. Традицион – хат ташыусы аша йәиһә почта бүлексәһендә.
2. Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса гәзит редакцияһында. Реклама бүлегендә һеҙгә абонемент тултыралар.
3. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто сайтының “Яҙылыу” бүлегендә.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ! Район, республика һәм ил яңылыҡтары хаҡында хәбәрҙар булығыҙ!

Автор: