Редакцияға йәмғеһе 103 квитанция килде. Уларҙың һәр береһенә тәртип номеры беркетелде, ә йәшниккә һанлы (теүәл квитанциялар һаны буйынса) жетондар урынлаштырылды. Һөҙөмтәлә 80-се номер аҫтындағы квитанцияға суперприз (миксер) сыҡты. Уның бәхетле хужаһы – Яңы Яуыш ауылынан Нурия Сөләймәнова.
Нурия Сәғәҙәт ҡыҙы утыҙ йыл ауылда сауҙа өлкәһендә эшләгән. Уның уңыштары “Совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы” һәм “Ун беренсе биш йыллыҡ ударнигы” билдәләре менән баһаланған. “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә эйә. Ул “Йәшлек”тең 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан гәзит уҡыусылар араһында иң-иң 100 гүзәл зат исемлегенә инде (2023 йыл). Яҡташыбыҙ хаҡында беҙҙең гәзиттә лә мәҡәлә донъя күрҙе.
– Район гәзитен күптән яҙҙырып уҡыйым. Уйын еңеүсеһе булыуыма бик шатмын. 75 йәшлек юбилей алдынан бүләк алыу үтә лә һөйөнөслө, – тип уртаҡлаша ҡыуанысы менән бүләк отоусы.
Гәзитебеҙҙең даими уҡыусыһы булған еңеүсене ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Район халҡының баҫма матбуғатҡа тоғро ҡалыуы ҡыуандыра.