Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
7 Июль 2023, 11:50

Гәзиттәр күп, ә районка берәү генә!

“Мәсетле тормошо” гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу кампанияһына йомғаҡ яһалды. Беҙ һеҙҙе ҡыуандырыу, мөмкин тиклем актуаль мәғлүмәт биреү, районда булған ваҡиғалар, ҡыҙыҡлы яҙмышлы кешеләр тураһында ваҡытында һөйләү өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Һеҙ үҙегеҙ ҙә гәзит биттәрендә ҡыҙыҡлы сарала, ниндәй ҙә булһа ваҡиғала ҡатнашыусы герой була алаһығыҙ.

Гәзиттәр күп, ә районка берәү генә!
Гәзиттәр күп, ә районка берәү генә!

Районка шуныһы менән ҡыҙыҡлы: ул үҙебеҙ ҡатнашҡан ваҡиғалар һәм беҙҙә йәшәгән кешеләр тураһында һөйләй. Һеҙҙе шулай уҡ төрлө ижади фотоконкурстар һәм приздар көтә. Ҡатнашығыҙ һәм еңегеҙ!
Икенсе ярты йыллыҡҡа район гәзитенә яҙылыу кампанияһы ваҡытында район ойошмалары коллективтары ла ситтә ҡалманы. Шулай итеп, район хакимиәте, “Престиж” матурлыҡ салоны, “Минең документтарым” күп функциялы һәм Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре, РФ Пенсия һәм социаль страховкалау фонды БР буйынса бүлегенең Мәсетле районындағы клиент хеҙмәте коллективы бөтә коллектив менән районкаға яҙылды.
Бынан тыш, редакция йыл һайын традицион “Яҙыл һәм бүләк от” акцияһын үткәрә. Был юлы бүләк уйнатыуҙа Иҫке Мишәр ауылынан Зөһрә Хәлиловаға уңыш йылмайҙы. Зөһрә Йыһангир ҡыҙы күп йылдар колхоз ашханаһында ашнаҡсы булып эшләй. Хәҙер хаҡлы ялда. Ул – ижади кеше: ҡул эштәре менән шөғөлләнә, бәйләй, шиғырҙары район гәзитендә баҫылып тора.
– Район гәзитен бала саҡтан уҡ уҡыйым. Ауыр ваҡыттарға ҡарамаҫтан, беҙ һәр ваҡыт гәзиттең тоғро уҡыу-сылары булып ҡалдыҡ, – тип һөйләй ул. – Ә нисек унһыҙ?! Беҙ барыбыҙ ҙа райондың яңылыҡтарын гәзиттән уҡып беләбеҙ. Ейәндәрем дә ҙур ҡәнәғәтлек менән уҡый.
Гәзитебеҙҙең даими уҡыусыһын ихлас ҡотлайбыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: заманса технологиялар быуаты булыуға ҡарамаҫтан, район халҡы баҫма матбуғатҡа тоғро ҡала.

Гәзиттәр күп, ә районка берәү генә!
Гәзиттәр күп, ә районка берәү генә!
Гәзиттәр күп, ә районка берәү генә!
Гәзиттәр күп, ә районка берәү генә!
Гәзиттәр күп, ә районка берәү генә!
Автор: