Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
23 Июнь 2023, 09:55

Яҙылып өлгөрөгөҙ!

“Яҙыл һәм бүләк от” акцияһы дауам итә. Сираттағы бүләк отоусы – Оло Аҡа ауылынан Гүзәл Ханова. Ул күп йылдар Өфө ҡалаһында нефть эшкәртеү заводында лаборант, һуңғы йылдарҙа Оло Аҡа ауылында хат ташыусы булып эшләй. Хәҙер хаҡлы ялда.

Яҙылып өлгөрөгөҙ!
Яҙылып өлгөрөгөҙ!

Бүләкте уның ҡыҙы Лия Ханова килеп алды.
– “Мәсетле тормошо” гәзитен әсәйем менән бергә уҡыйбыҙ, – ти ул. – Унан бөтә яңылыҡтарҙы беләбеҙ, район гәзитен оҙаҡ йылдар яратып уҡыйбыҙ.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең дә гәзитте аҙна һайын алдырып уҡыу мөмкинлеге бар. Бының
өсөн “Мәсетле тормошо” район гәзитенә 2023 йылдың икенсе яртыһына алты айға яҙылып, квитанция күсермәһен Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса гәзит редакцияһына шәхсән алып килергә йәиһә handugas-reklama@ mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 2-00-32.
Аҙна һайын уйнатылған бүләктәрҙән тыш, һеҙҙе төп бүләк тә көтә.
“Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыу кампанияһы тамамланып килә. Өлгөрөп ҡалығыҙ!

Автор: