Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
13 Июнь 2023, 09:15

Отошло хаҡҡа яҙылып ҡалырға өлгөр!

“Мәсетле тормошо” гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу дауам итә. 15 июнгә тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө бара.Ошо 10 көндә почта аша алты айға район гәзитенә яҙылыу 979,32 һум урынына 867,78 һум тәшкил итә.

Отошло хаҡҡа яҙылып ҡалырға өлгөр!
Отошло хаҡҡа яҙылып ҡалырға өлгөр!

Алдағы йылдарҙағы ке-үек үк, район үҙәге ойошмалары һәм предприятиелары хеҙмәткәрҙәре гәзит-журналдарға бөтә коллектив менән яҙылып, аҡсаһын экономиялай ала – беҙ һеҙгә гәзитте отошло хаҡ буйынса эш урынына алып барып бирәсәкбеҙ. Күптәр был мөмкинлек менән фай-ҙаланды ла инде.
“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы күп йылдар беҙҙең менән ҡалыусы коллективтарға рәхмәт белдерә. Быйыл да “Ҡояшҡай”,
“Светлячок”, “Миләш” һәм “Башаҡҡай” балалар баҡсалары, үҙәк район китапханаһы, РФ Пенсия фондының Мәсетле районындағы клиент хеҙмәте, Халыҡ мәшғүллеге үҙәге, лицей коллективтары бик дәррәү яҙылды.
Бынан тыш, “Яҙыл һәм бүләк от” акцияһы дауам итә. Сираттағы еңеүсе – Аҙанғол ауылынан Гөлназ Вәлиева. Ул күп йылдар Фрунзе исемендәге колхозда ашнаҡсы булып эшләгән. Хәҙер хаҡлы ялда. Йәйгеһен ваҡытын баҡса үҫтереүгә бүлә.
– “Мәсетле тормошо” гәзитенән бер ҡасан да айырылманым. Уйында быға тиклем дә ҡатнаштым, ә был юлы бына уңыш йылмайҙы! – ти ул.
Бүләктең гәзиткә даими яҙылыусыға сығыуына бик шатбыҙ.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең дә ошондай мөмкинлек бар. Бының өсөн “Мәсетле тормошо” район гәзитенә 2023 йылдың икенсе яртыһына алты айға яҙылып, квитанция күсермәһен Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса гәзит редакцияһына шәхсән алып килергә йәиһә [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 2-00-32.
Аҙна һайын уйнатылған бүләктән тыш, һеҙҙе төп бүләк тә көтә!

Автор: